Рәсәй ғаиләһенә торлаҡ

Рәсәй ғаиләһенә  торлаҡ 24.09.2015

Баш ҡалала дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу буйынса төбәк кәңәшмәһе үтте. Проект йәмғеһе илдең етмешкә яҡын төбәгендә тормошҡа ашырыла. Башҡортостан  уға тәүгеләрҙән булып ҡушылды һәм ярайһы уҡ алға китеш күҙәтелә. Әле Рәсәй ғаиләһенә торлаҡ программаһында ҡатнашырға теләүселәр ике меңдән ашҡан. Проект  һөҙөмтәләр бирә башлаһа, исемлек тағы ла артыр тип көтөлә. Уның үтәләлешенә арналған төбәк кәңәшмәһендә ҡатнашыусылар торлаҡ төҙөлөшө менән ғәмәлдә танышты.

32 квадрат метр яңы  өйләнешкән Алина менән Руслан өсөн етерлек торлаҡ тойолған. Ғаилә тулыланғандан һуң бер бүлмәле фатирҙың ни тиклем тығыҙ икәнлеген аңлағандар. Улдары Данил дүрт мөйөштә һыймай башлағас йәштәр ҙурыраҡ торлаҡ хәстәрләй башлаған.
Алина Шәнгәрәева: «Балабыҙ күҙ асып йомғансы үҫер ҙә китер. Айырым бүлмә кәрәк буласаҡ. Берәй һеңле алып ҡайтһаҡ бөтөнләй тығыҙ буласаҡ. Шуға ла әленән үк варианттар эҙләргә булдыҡ».
Йәштәр  «Рәсәй ғаиләһенә торлаҡ» программаһын белеп ҡалып шунда ҡатнашырға була. Һәр шарттарға ла тап килгән Шәнгәрәевтарға сиратты оҙаҡ көтөргә тура килмәй. Йорт табылып кредит та юллай башлағандар.
Руслан Шәнгәрәев, ғаилә башлығы: «Буласаҡ фатир ул тиклем ҙур ҙа түгел. 55 квадрат метр. Шулай ҙа ике бүлмәле. Улыбыҙҙың үҙ мөйөшө буласаҡ».
Шәнгәрәевтарҙан тыш программала  ике меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Проектҡа ярашлы, 2017 йылға тиклем 6 йөҙ мең квадрат метр торлаҡ төҙөү күҙаллана. Баш ҡаланың Өфө районында ғына әле ике төҙөлөш бара.
Артем Ковшов, Өфө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары: «Эконом класлы торлаҡты ҡала ситендә төҙөү отошлораҡ. Беренсенән, ер майҙандары арзаныраҡ һәм квадрат метр хаҡы ла түбәнерәк була. Икенсенән, халыҡ хәҙер ҡала ығы-зығыһынан ситтә, саф һауала йәшәүҙе хуп күрә. Өфө районында ғына йөҙ мең квадрат метр торлаҡ тапшырырға иҫәп тотабыҙ».
Башҡортостанда Рәсәй ғаиләһенә торлаҡ программаһы үтәлеше менән башҡа өлкә  вәкилдәре лә танышты. Өфөлә проектты тормошҡа ашырыуға арналған төбәк кәңәшмәһе үтте. Унда ҡатнашыусылар Миловка ауылы янында барған социаль торлаҡ төҙөлөшөн ҡараны.
Хәлит Мәхмүтов Башҡортостандың, төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе: «Был программа торлаҡҡа мохтажлыҡты күпкә кәметер тип уйлайбыҙ. Уға ярашлы,  республикала 14 урында төҙөлөш бара. 365 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды ла инде. 2017 йылға тиклем мөмкин тиклем күберәк төҙөп ҡалырға иҫәп бар».
Фатирҙың хаҡы баҙар шарттары менән сағыштырғанда, күпкә арзаныраҡ сыға. Квадрат метры уртаса утыҙ мең һум тирәһе. Программала торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж һәр кем ҡатнаша ала. Йорттар ҙа ярайһы уҡ тиҙ төҙөлә. Шәнгәрәевтар ҙа ошо көндәрҙә яңы фатир туйларға йыйына.
Айнур Кәбиров


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика