Рәсәй адвокатураһы ойошторолоуға - 150 йыл

Рәсәй адвокатураһы ойошторолоуға - 150 йыл 05.09.2014

Ошо айҡанлы Ҡалтасы районында байрам уҙҙы.  

Спорт-һауыҡтырыу сараһында 300-гә яҡын белгес ҡатнашты. Байрам юғары квалификациялы осоусы Олег Бигрушов менән Первушино клубы парашютсылары сығыштары менән үрелеп барҙы. Рәсәй бәһлеүәндәре шоу ойошторҙо. Михаил Сибәғәтов 120 килограмлыҡ бүрәнәне ете тапҡыр күккә сөйһә, Валентин Буланов төрлө ауырлыҡтағы каруселде әйләндерҙе, Сергей Андрейченко ике тапҡыр салонына биш кеше ултырған бер тонналыҡ еңел автомобилде күтәрҙе, Эльбрус Ниғмәтуллин автобус машиналарҙы бер нисә метр арауыҡҡа һөйрәне. Адвокаттар волейбол уйындарында, арҡан тартыуҙа, эстафетала, тоҡ кейеп йүгереү ярыштарында көс һынашты. Фестиваль-конкурста ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Волейбол буйынса еңеүсе тип Рәсәй адвокаттарының Башҡортостан буйынса берлеге танылды. Өфөнөң Октябрь районы филиалы арҡан тартыуҙа иң көслө команда булараҡ билдәләнде. Бөрө, Борай һәм Балтас райондарында иң шәп йүгереүсе адвокаттар эшләһә, йыр-моңға маһирҙар Өфө һәм Киров районы адвокаттар коллегияһы филиалында хеҙмәт итә.
Илшат Мәхмүтов, Башҡортостан адвокаттар палатаһы вице-президенты: «Бындай спорт-һауыҡтырыу саралары йыл һайын ойошторола. Ул хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштерә. Адвокаттарҙың граждандарҙы яҡлау эшенән тыш, спорт менән дуҫ йәшәүен күрһәтә. Республиканың төньяҡ-көнбайышы беҙҙе ихлас ҡаршы алды.Тәүҙә болоҡһоп торған көн дә асылды, кәйеф тә күтәрелде».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку