Рәсәйҙә 2018 йылға халыҡтың 70 проценты электрон дәүләт хеҙмәттәре менән ҡулланырға тейеш 27.07.2016

Был турала ил хөкүмәте Премьер-министр Дмитрий Медведев белдерҙе. Уның етәкселегендә халыҡ йәшәйешен яҡшыртыуҙа мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу темаһына Хөкүмәте комиссияһы ултырышы үтте. Былтыр Рәсәйҙә 100 миллиондан ашыу дәүләт хеҙмәте электрон тәртиптә күрһәтелгән. Граждандар интернет аша штрафтар һәм һалымдарҙы ҡарай, сит ил паспорты юллай. Әлеге ваҡытта халыҡтың 40 проценты электрон дәүләт хеҙмәттәре менән файҙаланған, тине Дмитрий Медведев. Бынан тыш, 2025 йылға илдә халыҡ иҫәбе буйынса берҙәм дәүләт исемлеге төҙөлә. Унда Рәсәйҙә йәшәүсе һәр кем тураһында тейешле мәғлүмәт туплана.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика