Президент һәм Юғары баш командующий Владимир Путин Үҙәк хәрби округты тревога буйынса күтәрҙе, округтың әҙерлеген ҡапыл тикшерергә ҡушты

Президент һәм Юғары баш командующий Владимир Путин Үҙәк хәрби округты тревога буйынса күтәрҙе, округтың әҙерлеген ҡапыл тикшерергә ҡушты 08.09.2015

Был турала оборона министры Сергей Шойгу белдерҙе.  

Ведомство башлығы әйтеүенсә,  Үҙәк хәрби округтағы тикшереүҙәр барышында  округтағы авиация, һауа-десант,  хәрби-транспорт авиацияһы ла тулы әҙерлек хәленә килтерелә. Был күнекмәләр беҙҙең республикаға ла ҡағыла - Башҡортостандағы частәр үҙәк хәрби округҡа ҡарай.  Тикшереүҙәр башланды ла инде. Бөгөн  ҡала һәм район хакимиәттәренең   ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында  шәхси составтарҙы  ойштороу кимәле  тикшерелде.  Һөҙөмтәләр яҡшы, мәҫәлән Өфө предприятиеларының береһендә  оператив штаб һанаулы ғына минуттар эсендә йыйылды.  һәм был механизм хәрбәи уҡыуҙар мәлендә генә түгел, тәбиғәт ғәрәсттәре һәм башҡа фажиғәләр мәлендә лә эшләй.  Хәрбиҙәр фекеренсә,   һуңғы йылдарҙа   граждандар оборонаһының нығыныуы күҙәтелә. Хәрбиҙәрҙән тыш, Владимир Путин  Һаулыҡ һаҡлау, Ауыл хужалығы, Сәнәғәт һәм Сауҙа министрлыҡтары, Медик- биологик, Балыҡсылыҡ,  Дәүләт резервтары буйынса федераль агентлыҡтар, Новосибирск, Һамар, Силәбе һәм Башҡортостан хакимиәттәренең  әҙерлеген дә баһаларға ҡушты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку