Зәңгәр күлгә сәйәхәт

Зәңгәр күлгә сәйәхәт 22.09.2014

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай. Телеканал төрлө ҡитғаларға һәм илдәргә экспедицияны йыш ойоштора. Дайвингты үҙ итеүселәрҙең Рөстәм Сиражетдинов етәкселегендәге төркөмө күптән түгел Байкал күле төбөнә төшкәйне.

Хаталарҙы диңгеҙ-океандар ғына түгел, ябай күлдәр ҙә ғәфү итмәй. Дайвинг менән шөғөлләнеүселәр быны яҡшы аңлай. Шуның өсөн улар скафандр һәм баллондарын ныҡлап тикшерә. Һәр сәйәхәт Салауат һәйкәле майҙанынан башлана.

Башҡортостан - күлдәр иле. Шул уҡ ваҡытта башҡа яҡтарҙың тәбиғәтен өйрәнеү ҙә ҡамасауламай. Тәбиғәттең мөғжизәле урындарын һаҡлау өсөн, ғәҙәттә, ул яҡтарға юл эшләп бармайҙар. Татарстандағы Зәңгәр күлгә барып етеү ҙә беҙгә еңел бирелмәне.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы экспедицияһы күрше Татарстандағы Зәңгәр күлдең тәрәнлеге 18 метрға етә. Күл төбөнә иң беренсе булып коллегабыҙ Рөстәм Сиражетдинов төшөп етә. Замана мөғжизәләренең береһе булған һыу аҫты камераһы беҙгә икенсе бер донъяны аса.

Максим Астахов, дайвинг инструкторы: «Беренсе урында Зәңгәр күл тора. Ул тәбиғәттең оло бер бүләге. Баш ҡалабыҙ Ҡазанға яҡын торғас, был күлгә туристар күп килә. Башҡортостандағы Зәңгәр күлде барып күреү хыялы менән йәшәйбеҙ».

Температура 5-6 градус йылылыҡтан артмаһа ла, күл төбөндә ҡыҫала, саяндар бар. Бындағы үҫентеләрҙе ҡулланыу-ҡулланмауҙарын асыҡлап өлгөрмәнек. Әммә Зәңгәр күл төбөндәге батҡаҡты урындағы шифаханалар отошло ҡуллана. Улар беҙҙең экспедицияға туҡтап ҡунып китергә урын биргән ваҡытта асыҡланыҡ быны.

Артур Адамов, «Крутушка» шифаханаһының башҡарма директоры: «Күлдәр бик күп. Зәңгәр күл тигәндәренең генә лә бер нисә төрө бар. Һыуы ныҡ шифалы. Температура ҡыш та, йәй ҙә бер төрлө -  7 градустан артмай. Эргәлә генә шишмәләре сығып ятҡан Урман күле лә бар».

Дайвинг физик көс менән бер рәттән рух ныҡлығы ла талап итә. Уның менән шөғөлләнеүселәр йәй ҙә, ҡыш та асыҡ һауала кейенә. Хаталар тураһында ла әйткәйнек. 20 метрға яҡын тәрәнлектә йөрөүсе дайвингсыларҙың береһе көтмәгәндә юғарыға атлыға. Ни өсөн тигәндә, аппаратын тоташтырған ваҡыттағы хата ғәйепле. Баллондан килгән шлангҡа боҙ ҡатҡан икән. Тәжрибәле Рөстәм Сиражетдинов ҡына бер ни булмағандай төрлө йылдарҙағы тәңкәләр менән килеп сыҡты.

Рөстәм Сиражетдинов, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының дайвингсылар экспедицияһы етәксеһе: «Һыу минералдарға ныҡ бай. Зәңгәр күл составында тоҙ ҙа күп. Шунлыҡтан унда ятҡан тәңкәләр йоҡа ҡалайға әйләнеп бара. 1932 йылғыһы яҡшы һаҡланған».

Зәңгәр күлдәр бик күп, улар тураһында йырҙар ҙа етерлек. Тәбиғәттең был мөғжизәһен үҙ файҙаһына ҡулланырға тырышыусылар ҙа байтаҡ. Уларҙы олигархтар ҡомһоҙлоғонан һаҡлау эколог йә журналистарҙың ғына түгел, ә тотош йәмғиәт эшелер.

Р.Миндияров


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку