Помидорҙар һәм ҡыярҙар

Помидорҙар һәм ҡыярҙар 23.08.2014

Туймазы районының Иҫке Туймазы ауылында ошондай исем аҫтында үҙенсәлекле фестиваль үтте. Башҡортостанда тәүге тапҡыр уҙғарылған байрамға район мәктәптәре, балалар баҡсалары һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йәшелсәләрҙән күргәҙмә ойошторҙо.

Виноград, ҡабаҡ һәм помидор... Әкиәт геройҙары булып кейенгән егеттәр фестиваль ҡунаҡтарын ихлас ҡаршы алды.  Жюри ағзалары ла ижади коллективтың эшен юғары баһаланы.
Синьор помидор, ҡабаҡтан Золушка көймәһе, крокодил Гена һәм башҡалар... Фестивалдә йәшелсәнән эшләнгән әкиәт геройҙары бик күп. Улар араһында хатта синтезаторҙа уйнап ултырған ҡыяр ҙа бар. Был  ижади коллективтарҙың сараға етди әҙерләнеүен һәм фантазияға бай булыуын күрһәтә.
Мәктәп уҡыусылары һәм балалар баҡсалары уҙғарған концерт фестивалгә байрам кәйефе өҫтәне. Сараны сағыу уйындар ҙа биҙәне. Уларҙың үҙенсәлеге шунда: һәр уйында помидор һәм ҡыяр ҡулланылды.
Иҫке Туймазы ауылында уҙған фестиваль һәр кемдең күңеленә хуш килде. Ойоштороусылар киләсәктә байрамды башҡа райондарҙа ла уҙғарырға кәрәк тип билдәләне. Сөнки ул, бер яҡтан, халыҡ өсөн ял булһа, икенсенән, олоһон да, кесеһен дә берләштерә, мәҙәни яҡтан үҫтерә.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика