Полиция хеҙмәткәрҙәре Өфө баҙарҙарының береһенә рейд ойошторҙо 22.05.2015

Хоҡуҡ һағындағылар легаль булмаған мигранттар менән ҡыҙыҡһынды. Был сауҙа майҙансығында күбеһенсә Вьетнам тауарҙары һатыла.  Ә сит ил эшҡыуарҙары Рәсәй закондарына йыш ҡына буйһоноп бармай һәм миграция ҡағиҙәләрен боҙа. Тәртип һаҡсылары баҙар биләмәһен һәм сауҙа нөктәләрен тикшереп сыҡҡан. Рейд барышында өс сит ил вәкиленең законһыҙ рәүештә республикала йәшәүе, эшләүе асыҡланған. Закон боҙған сит ил граждандары полиция участкаһына оҙатылған. Улар менән Федераль Миграция хеҙмәткәрҙәре эш алып бара.

Тимур Чанышев, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәткәре: «Өфө баҙарҙарының береһендә  яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән килгән йөҙҙән ашыу кешенең документы тикшерелде. Уларҙың яртыһы ғына республика биләмәһендә ваҡытлыса йәшәүгә, эшләүгә документтарын күрһәтә алды. Ҡалғандар дактилоскопия процедураһын үтте».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика