Почетлы донорлыҡтан - «ҡара исемлек»кә

Почетлы донорлыҡтан - «ҡара исемлек»кә 03.10.2014

Өфөлә йәшәүсе Роман Бухарев бер нисә йыл дауамында ҡан тапшыра, ауырыуҙарға һауығырға ярҙам итә. Ләкин яңыраҡ Романдың ҡанында СПИД табыла. Һуңғараҡ диагноз раҫланмай. Хәҙер ул почетлы донор исемен ала алмай, ҡан тапшырыуҙы ла тыйғандар.  

Һуңғы дүрт йыл эсендә Роман Бухарев бер нисә литр ҡан тапшырып, күп кешеләрҙе үлемдән ҡотҡарған. Ләкин күптән түгел ҡан тапшырыу станцияһында унан ҡан алыуҙан баш тарталар. Сәбәбен һорағас, ир ҡот осҡос яуап ала.

Роман Бухарев, донор: «Ҡан тапшырырға килһәм, мине айырым бүлмәгә индерҙеләр. Тәүҙә ултырығыҙ тинеләр. Һуңынан һеҙҙә спид табылды тип ҡурҡыттылар. Ҡот осто».

Роман үҙенең диагнозын тикшереү өсөн анализ бирә. Ләкин унда ирҙең ҡанында бер ниндәй ҙә инфекция табылмай. Ләкин ҡан тапшырыу станцияһында ул «ҡара исемлек»кә эләгә. Роман әйтеүенсә, бындай диагноз уның бер нисә дуҫына ла ҡуйылған.

Фларис Мәжитов, донор: «Мин эшләгән заводта ҡан тапшырыусылар күп. Ләкин ҡурҡыныс диагнозды, нишләптер, бе -нисә кешегә ҡуйҙылар. Шуға ла мин борсолманым. Ҡан тапшырыу станцияһында эшләүселәргә лә, һеҙ почетлы донор исемен ала алмаһындар өсөн, шундай диагноздар ҡуяһығыҙ тинем».

40 тапҡыр ҡан биреүселәр почетлы донор исеменә лайыҡ була. Уларға йыл һайын 12 мең һумлыҡ аҡсалата премия тапшырыла, дауаханала сиратһыҙ хеҙмәтләндереү һәм башҡа льготаларға эйә. Республикала 11 мең почетлы донор иҫәпләнә. Беҙ ҡан тапшырыу станцияһына мөрәжәғәт иттек. Станция белгестәре ҡурҡыныс диагноз ҡуйыуҙарын кире ҡаға. Учреждениела тик ыңғай инфекцияларҙы - организмда теге йәки был антителаларҙы ғына ҡарайҙар. Әгәр улар табылһа, донорҙарға ваҡытлыса ҡан биреү тыйыла, тип яуап ҡайтарҙылар.

Елена Стрельникова, республиканың ҡан тапшырыу станцияһы баш табибы урынбаҫары: «Йыш ҡына күптәргә ҡан тапшырғас инфекция табылды тиеүгә, улар беҙ диагноз ҡуйҙыҡ тип уйлай. Беҙ берәүгә лә диагноз ҡуймайбыҙ».

Роман Бухарев хәҙер почетлы донор исеменә лайыҡ була алмай. Уның өсөн иң мөһиме ҡара исемлектән сығып, яңынан донор булыу. Ир ҡанға мохтаждарға ярҙам итеүен дауам итергә теләй.

Аймара Рәхимова


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку