Пластилиндан әүәләнгән геройҙар

Пластилиндан әүәләнгән геройҙар 27.02.2015

Өфө районында йәшәүсе ун бер йәшлек малай буш ваҡытында йәнһүрәт төшөрөү менән мәшғүл. Уларҙың һаны тиҫтәгә еткән. Әлеге мәлдә йәш мультипликатор Африкала йәшәүсе йәнлектәр хаҡында үҙе ижад иткән әкиәт өҫтөндә эшләй.

Шамонин ауылынан Артур Хәйруллин пластилиндан маймыл әүәләй. Был йәнлек – «Тәбиғәтте һаҡлағыҙ» йәнһүрәтенең иң төп геройҙарының береһе. Тап уның ярҙамында Африкала ҡоролоҡтан ҡотолалар. Сценарий буйынса малайға шулай уҡ фил, жираф, арыҫлан һәм башҡа йәнлектәрҙең һындарын эшләргә кәрәк була, һәр береһенә биш-алты минут ваҡыт киткән.
Ике минутлыҡ йәнһүрәт төшөрөр өсөн 600 кадр эшләргә кәрәк. Бында геройҙарҙың хәрәкәте, тотош күренеш билдәле тәртип буйынса бара. Артабан һүрәтләнгән ваҡиғаны тауышҡа һалалар. Быны өсөн Артур  дуҫтарын саҡырған.
Телмәр дөрөҫ, аныҡ килеп сыҡһын өсөн балалар менән йәш мультипликаторҙың әсәһе лә шөғөлләнә.
Артабан компьютерҙа монтаж эшләнә. Артурға ағаһы ярҙамға килә. Кадрҙарҙы йыйыу, тауыш һалыу уның иңенә төшә. Шулай ҙа был эштең иң еңеле икән. Ни бары ике сәғәт ваҡыт китә.
Йәнһүрәт ошолай тамамлана: йәнлектәр йылғаны сүптән таҙартып, тирә-яҡты ҡоролоҡтан ҡотҡара. Ә артабан пластилин геройҙары менән нимә була һуң? Малай белдереүенсә, улар киләһе сюжеттарҙа ҡулланыласаҡ. Әйтәйек, был арыҫлан «Урал батыр» әкиәтендә ҡатнаша.
Был Артурҙың иң яратҡан эштәренең береһе – «Бесәй менән сысҡан» йәнһүрәте. Бөгөн малай  уны «Башҡортостан» киностудияһында эшләгән рәссамға күрһәтеп, юғары баһа алды. Әкиәтте образдар аша күрһәтеү - бик ауыр хеҙмәт. Тырыштар ғына уңышҡа өлгәшә ала. Кем белә, бәлки, йәш мультипликаторҙың киләһе эштәре зәңгәр экрандарҙа сығыр. Әйткәндәй, Артур уҡыуҙа ла һынатмай. Былтыр ул Өфө районының «Иң яҡшы уҡыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку