«Планета» сауҙа үҙәге артындағы биләмәлә ер ишелә башлаған 14.04.2016

Урында 14 мең квадрат метр майҙанда яңы комплекс төҙөлөшө бара, объект йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.

Ғәмәлдә, тап ошо участкала нығытыу эштәре ваҡытында һәм теүәл алып барылмаһа, һуңынан бында йөрөүселәрҙең ғүмерҙәре өсөн хәүеф тә барлыҡҡа килеүе ихтимал. Асыҡланыуынса, иң юғарыла урынлашҡан йорттар баҡсасылар ширҡәтенә ҡарай. Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, унда йәшәүселәрҙең милкенә зыян килтерелмәгән. Әлегә ерҙең ишелеүе контроль аҫтына алынған, белгестәр был проблеманың былтыр уҡ барлыҡҡа килеүен билдәләй. Сәбәбе иһә ҡаланың ҡатмарлы рельефына бәйле.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика