Пенсия -тормоштоң аҙағы түгел, ә ни бары яңы этабы ғына

Пенсия -тормоштоң аҙағы түгел, ә ни бары яңы этабы ғына 05.01.2016

Күптәргә хаҡлы ялға сығыу кире йоғонто яһай. Кешенең үҙенә ышанысы кәмей. Был тойғо, айырыуса, балалары ,йәки ейәндәренән ярҙам ала башлаһа көсәйә. Шулай ҙа әүҙем тормошто дауам итеү мөмкинлектәре байтаҡ. Ғалимдар әйтеүенсә, даими эш менән шөғөлләнгән кешенең аҡыл һәм физик һәләттәре нығыраҡ һаҡлана. Бының өсөн рәсми эшкә урынлашыу ҙа кәрәкмәй. Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылында йәшәүсе Лилиә Шәрәфетдинова пенсияға сығып та тынғыһыҙ тормош алып барыусыларҙың береһе. 65 йәшлек ханымдың әүҙемлегенә әле йәштәр ҙә көнләшерлек.

Был теген машинаһы менән  Лилиә ханым әҙме,күпме 55 йылға яҡын айырылғаны юҡ. Иҫке булһа ла хәҙергеләрҙән күпкә ышаныслыраҡ, ти ул. Биш балаһын да  ошо машина ярҙамында кейендереп үҫтергән. Техника әле лә сафта. Хаҡлы ялға сыҡҡан Лилиә Нурулла ҡыҙы уның ярҙамында көндәлек килем дә эшләп ала.
Заказдар эшләгән арала ейәнсәрҙәренә бүләктәр ҙә әҙерләп тә өлгөртә Лилиә ханым. Ул эшләгән мендәр тыштарын хан ҡыҙына бирнә итеп тә бирерлек. Күҙҙең яуын алып торған һырҙарҙы ауылдаштары ла сиктереп ала.
Ҡул эштәре менән булашҡан арала Лилиә Нурулла ҡыҙы ижадҡа ла ваҡыт таба. Үҙем өсөн генә , тип яҙған шиғырҙарҙан хәҙер бер китап йыйылған.
Лилиә Шәрәфетдинова  бер генә эштән дә баш тартмай. Ғүмер буйы бухгалтерияла эшләгән ханым, әле Өфөгә йөрөп йыйыштырыусы эшен дә башҡара, ашханаларҙа эшләп ала.
Йәшәү дәртен мин эштән алам , ти Лилиә Нурулла ҡыҙы. Үҙеңде йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тойоу өсөн рәсми эштең булыуы ла мөһим түгел, ти ул. Хаҡлы ялға  сыҡтым да тормош үтте , тип ултырыусыларҙы ни бары әүҙемерәк булырға саҡыра. Пенсия - ғүмерҙең яңы бер этабы ғына, ти Лилиә Шәрәфетдинова.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку