Патриот журналистар Өфөгә йыйылды

Патриот журналистар Өфөгә йыйылды 29.10.2014

Бөгөн баш ҡалала «Рәсәй патриоттары» конкурсының  финалы үтә. Сарала ҡатнашыу өсөн Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Михаил  Сеславинский килде. Мәскәү ҡунағын республика етәксеһе лә ҡабул итте.

Михаил Сеславинский әйтеүенсә, конкурс 2003 йылдан бирле ойошторола. Быйыл ижади бәйгелә илдең 80-гә яҡын төбәгенән 3 меңдән ашыу эш ҡабул ителгән, уларҙың 500-ҙән ашыуы финалға һайлап алынған. Башҡортостан федераль матбуғат сараларҙан ҡала иң алдынғы баҫҡыстарҙа килә, финалға беҙҙең республиканан 30-ҙан ашыу ижади эш үткән. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, тыуған илгә һөйөү уятыуҙы пропагандалаған бындай конкурстар бик кәрәк. Осрашыуҙа Рәсәйҙә киләһе йылды Әҙәбиәт йылы тип иғлан итеү тураһында ла һүҙ барҙы. Республика етәксеһе был ниәтте лә хупланы.
 Михаил Сеславинский, Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе: «Тәүҙә беҙ, журналистар конкурстың яңғырауыҡлы исеменән баҙап ҡалыр тип уйлағайныҡ, әммә шикләнеүҙәребеҙ тәүге йылда уҡ юҡҡа сыҡты. Ижади бәйгегә матбуғат саралары дәррәү ҡушылды. Башҡортостан, федераль журналистарҙан ҡала лидерҙар исемлегендә, республиканан лайыҡлы эштәр ҡабул иттек».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку