Пассажирҙар өсөн хәүефле туҡталҡа

Пассажирҙар өсөн хәүефле туҡталҡа 23.01.2015

Баш ҡаланың «Телеүҙәк» туҡталышын халыҡ шулай тип атай. Ғафури менән Пушкин урамдары киҫелешендә бер нисә автобус маршруты тора. Көн үҙәгендә был урын транспорт ҡойонон хәтерләтә. Йәмәғәт транспорты ике һыҙатты алып туҡтай. Әрһеҙерәктәр юл ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоп боролошҡа тиклем барып тора. Был мәхшәр  хәҙер нисәмә йыл дауам итә. Бер нисә көн элек кенә махсус йыһазландырылған һуңғы туҡталыш майҙансығы эш башлауы ла хәлде үҙгәртмәне. Водителдәрҙең ялҡаулығымы, әллә башҡа сәбәптәрме?

«Телеүҙәк» туҡталышында  автобустар конвейер кеүек әйләнә. Береһе китеп тә өлгөрмәй  уның урынына тағы икәү килеп туҡтай. Тотош бер кварталға һуҙылған йәмәғәт транспорты ике һыҙатты биләй. Бындай шарттарҙа еңел автомобилдәр ҡаршы юлға сығырға һәм ҡағиҙә  боҙорға мәжбүр. Урам киҫелешендә  инде бөтөнләй хәүефле күренеш. Оятһыҙыраҡ водителдәр боролошҡа уҡ барып баҫа. Икенсе һыҙаттан боролған еңел автомобилдәргә автобустар араһынан юл аша сығырға маташҡан йәйәүлеләр күренмәй. Бындай осраҡта маневр күңелһеҙ тамамланыуы ихтимал.
Виктор Кудрявцев, ЮХХДИ идаралығы бүлеге етәксеһе: «Телеүҙәк туҡталышында автобустарға торорға ярамай. Беҙ был проблема буйынса  аныҡ һәм даими рәүештә водителдәр менән эш алып барабыҙ. Әммә көн дә бер урында тәртип һаҡлап тороп булмай бит. Ошо арала йәмәғәт транспортына билдәләнгән урында ғына күпмелер ваҡытҡа туҡтау мөмкинлеге биргән билдә урынлаштырасаҡбыҙ».
Пассажир ташыусылар ҡағиҙә боҙоуын һуңғы туҡталыш урыны юҡлығына һылтанһа, бынан ары аҡланыу мөмкин түгел. Туҡталыштан йөҙ метр тирәһе алыҫлыҡта ғына йәмәғәт транспорты өсөн майҙансыҡ асылды. Әммә ул һаман да буш. Бер генә автобус та махсус йыһазландырылған һуңғы туҡталҡаға инергә ашыҡмай
Әлбиттә, һәр пассажир өсөн көрәш барған эштә туҡталышҡа яҡын тороу отошлораҡ. Әммә халыҡтың хәүефһеҙлеге лә бит тәү сиратта икәнлеген оноторға ярамай. Һуңғы туҡталыш урыны   ойоштороусы, шулай уҡ маршрут таксиҙар хужаһы Фәнис  Батыров майҙансыҡтың буш тороуын ваҡытлыса күренеш, ти.
Был өйрәнеү ваҡыты йәйгә тиклем һуҙылмаясағына ышанырға ғына ҡала. Хәйер, Шос һәм Брикс илдәре саммиттарына тиклем йәмәғәт транспортын кеше күҙенә күренмәҫлек итеп йөрөргә барыбер өйрәтәсәктәр. Тик бына күләмле форумдар булмаған осраҡта кеше хәүефһеҙлеге бер тин дә тормаҫ инеме, тигән һорау ғына күңелде ҡыра.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку