Парковкаларҙы шәхси милеккә

Парковкаларҙы шәхси милеккә 11.01.2017

1 ғинуарҙан  автомобиль ҡуйыу урындарын хосусилаштырыу мөмкинлеге биргән ҡағиҙә үҙ көсөнә инде. Парковка урынын хәҙер  фатир кеүек үк һатырға, һатып алырға, мираҫҡа бирергә,  бүләк итергә мөмкин. Был яңылыҡ ҡала халҡын һиҫкәнергә мәжбүр итте. Сөнки күп ҡатлы йорттар тирәләй автомобиль ҡуйыу  урындарына ҡытлыҡ ҙур.  Яңы закон тип ихаталағы урындарҙы бүлешә башлау дөрөҫ булырмы?

Эштән һуңыраҡ ҡайттыңмы йорт тирәләй бер -нисә тапҡыр почет ҡуласаһын әйләнеп сығыу мотлаҡ күренеш. Парковка урындарын күптән инде сосораҡтар алған була. Шуға күрә эре ҡаларҙа автомобиль ҡуйыу өсөн һәр метр өсөн көрәш бара. Һуңғы арала туҡтауһыҙ яуған ҡар был мәсьәләне тағы ла киҫкенләштерҙе. Ҡайһы саҡта күршеләр һуғышыр сиккә етә.
Василий Якунин: «Һуңғы арала парковка өсөн көрәш көслө бара. Бер кеше үҙенә ҡар таҙартып тороп урын эшләп ала, ә кискә уның урынына башҡа кеше автомобилен ҡуя. Һөҙөмтәлә янъял ҡуба. Тәгәрмәс тишеү, тынын сығарыу, хатта һуғышҡа тиклем барып етә. Көн дә бер үк хәл ҡабатлана».
Ҡайһы бер һөмһөҙөрәктәр  үҙ белдеге менән парковка урындары ла булдыра башланы. Сылбыр менән уратып, кәртәләп алып биләмәне үҙләштереү күренештәре   күршеләр араһына тағы ла нығыраҡ шына ҡаҡты. Һәм бындай хәл һәр ихатала тиерлек күҙәтелә.
Оксана Мамонтова: «Ихатаға  шлагбаумдар ҡуйыу өсөн халыҡ түләргә теләмәй. Һәр береһе үҙ урынын билдәләп сынйыр менән  кәртәләп алыуҙы хуп күрә.  Һәр кем үҙен хаҡлымын тип һанай. Мин парковка өсөн көрәштән тамам ялҡтым. Ошо арала йыйылыш ойоштороп урындарҙы бүлеп алырға уйлайбыҙ. Парковка урынын хосусилаштырыу мөмкинлеге биргән яңы ҡағиҙә лә барлыҡҡа килә тиҙәр. Әгәр ысын булһа, мин исемлектә беренсе торам».
Юҡ шул. Яңы ҡағиҙәләр был проблеманы хәл итеүгә йүнәлтелмәгән. Парковка урындарын шәхси милеккә күсереү мөмкинлеге тик күп ҡатлы махсус туҡталҡаларға, йорт аҫтындағы парковка урындарына, ғөмүмән, ихаталарға бер нисек тә ҡағылмай.
Сергей Мережняков, дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәре: «Яңылыҡ күп ҡатлы паркингтарға һәм ер аҫты туҡталҡаларына ғына ҡағыла. Уларға рәсми статус бирелә һәм автомобиль урындарын милек итеп теркәргә мөмкин. Тимәк, уны бүләк итеү, һатыу, мираҫҡа ҡалдырыу, ғөмүмән, хужа үҙ ҡарамағында файҙалана аласаҡ».
Хәйер, яңы ҡағиҙәләрҙең ихаталарға ҡағылмауы яҡшыға ғына. Сөнки был яңылыҡты ишетеп күптәр әле үк үҙенә автомобиль ҡуйыу урыны ҡарай башлағайны. Әммә  парковка булырлыҡ урындарҙың күп ҡатлы йортта йәшәүсе милекселәргә ҡарағанда күпкә аҙ булыуын иҫәпкә алғанда, мәсьәләнең тағы ла киҫкенләшеүе көн кеүек асыҡ ине. Йәғни, кеҫәһе ҡалын сосораҡтар  тиҙ генә урындарҙы алып бөтөп ә  баҙнатһыҙҙар тағы ла ситтә тороп ҡалыр ине.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика