Паркка яңы һулыш

Паркка яңы һулыш 15.08.2014

Республика етәксеһе ҡушыуы буйынса быйыл яҙ Өфөнөң Урмансылар паркында төҙөкләндереү эштәре башланды. Яуаплы ойошма хеҙмәткәрҙәре йәй дауамында биләмәне тәртипкә килтереү өсөн ҙур көс һалды. Әле лә улар йәйәүлеләр юлына асфальт һалыу һәм яҡтыртыу ҡоролмаларын урынлаштырыу кеүек эштәр менән мәшғүл. Яҡын көндәрҙә ял итеү өсөн эскәмйәләр ҡуйыу ҙа ҡаралған.

Туғыҙынсы  тиҫтәһен  ҡыуған  Мәрйәм  Ильясоваға табиптар күберәк хәрәкәт итергә, саф һауала йөрөргә кәңәш иткән.  Шуға ла ул көн һайын Урмансылар паркына килергә тырыша.  Әммә оло быуын вәкиленә урманда йөрөү еңел бирелмәй. Сөнки парк эсендә йәйәүлеләр өсөн бер ниндәй ҙә шарттар ҡаралмаған.
Республика етәксеһе ҡушыуы буйынса быйыл яҙ Урмансылар паркында төҙөкләндереү эштәре башланды. Бының өсөн бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан 50 миллион һум аҡса бүленде. Был суммаға юлдарға асфальт һалыу,  яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырыу һәм спорт  майҙандары төҙөү кеүек күләмле эштәр башҡарыу ҡаралған.  
Бер үк ваҡытта парк билмәһендә 70-се йылдарҙан ҡалған  шәхси йорт та  урынлашҡан. Әлбиттә, ул заманса үҙгәртеләсәк  ял итеү үҙәгенең йөҙөн бер ҙә генә биҙәмәй. Шуға ла хужалар иҫке өйҙө емереү кәрәклеген билдәләй.  
Нисек кенә булмаһын, Урмансылар паркында төҙөкләндереү эштәрен 1 сентябргә тамамлау бурысы ҡуйылған. Тимәк, яҡынса ике аҙнанан был урын халыҡтың   яратҡан һәм рәхәтләнеп ял иткән үҙәктәренең береһенә әйләнәсәк.
Илдар Байбулатов

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку