Ауырғазы районының Талбазы ауылы ҡыҙы Рушана Вәлиева Франция сәхнәһендә сығыш яһаны

Ауырғазы районының Талбазы ауылы ҡыҙы Рушана Вәлиева Франция сәхнәһендә сығыш яһаны 05.11.2014

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Беренсе каналдың «Голос. Дети» проектында ҡатнашып, ул киң билдәлелек яуланы.

Инглиз телен яҡшы белгән Рушана Вәлиеваның репертуарында  сит ил композициялары ла байтаҡ. Бала саҡтан гитара менән скрипкала уйнарға өйрәнгән үҫмерҙең хәҙер был музыка ҡоралдары ҡулынан да төшмәй. Ситкә сыҡҡанда ла гитараһын ҡалдырмай. Рушанаға Париждың Эйфель башняһы аҫтында уйнап йырлау бәхете лә тейә.
«Голос. Дети» проектында ҡатнашыу Рушанаға донъя сәхнәләренә юл аса.  Конкурстан һуң ул  сәнғәт донъяһында киң билдәле конкурс-фестивалдәргә бер-бер артлы саҡырыуҙар ала башлай. Париждағы сығышына  үҫмерҙе Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы доценты Дмитрий Анисимов әҙерләгән. Францияның баш ҡалаһында Рушана Вәлиева  рус милли кейемендә Рәсәй данын яҡлай.
Йыр фестивалендә донъяның тиҫтәнән ашыу иленән төрлө милләт вәкиле һынау тота. Конкурсанттар араһында Рушана Вәлиева иң йәш ҡатнашыусы була.  
Әлбиттә, Рушананың яулар үрҙәре алда әле. Киләсәктә ул   юрист булырға хыяллана. Ләкин тәбиғәттән бирелгән һәләтенән дә айырылырға йыйынмай.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку