Парашют көмбәҙе асылғанда

Парашют көмбәҙе асылғанда 01.08.2014

Мишкә районында йәш хәрби-десантсыларҙың зарницаһы үтте. Бер төркөм мәктәп уҡыусылары парашют менән һикерҙе. Йыл дауамында алған белемдәрен практик йүнәлештә камиллаштырҙы.

Миләүшә Бикбулатованың шатлығы йөҙөнә сыҡҡан. Уҡыу алдынғыһы парашюттан бөгөн икенсегә һикерә. Бала-саҡтан һауала осоу хыялын бойомға ашырған ҡыҙ хәҙер үҙен хәрби кеше булырға әҙерләй. Хәрби-десантсылар зарницаһында ҡатнашыусылар 10 саҡрымлап юл үтте. Улар парашюттан һикереп кенә ҡалмай, тактика, топография, хәрби ҡануниәт, тарих һәм тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса ла һынау тотто. Әлбиттә, ҡыйыу егеттәр араһында нәфис ҡыҙҙарҙың еңел булмаған спорт төрөнә ылығыуҙарына бер аҙ аптырарға ла мөмкин. Улар «Виктория» балалар һәм үҫмерҙәр клубы тренер-инструкторы Светлана Минильбаеванан өлгө ала. Һөнәре буйынса табип-хирург, парашют менән 1516 тапҡыр һикергән. Ҡурҡыу белмәҫ ханым СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең спорт мастеры исемен йөрөтә. Светлана Минильбаева, парашюттан һикереү буйынса СССР һәм Рәсәйҙең спорт мастеры: «Минең уйымса, ҡыҙҙар егеттәрҙән берҙә ҡалышмай. Ҡайһы саҡта араларында сыҙамлы, сая булғандары ла бар. Улар яуаплы ла, тәртип яғынан алдыра. Минең төркөмдә генә, мәҫәлән, ҡыҙҙар уҡырға күп килә. Бәлки, миңә тиң булырға тырышаларҙыр. Әлеге ваҡытта төркөмдәге 28-нең 9-ҙы ҡыҙҙар». Парашют спорты секцияһы төбәктә уҙған быуаттың һикһәненсе йылдарынан алып уҙғарыла. Әлеге ваҡытта, әҙерлек дәрестәре Мишкәнең беренсе һанлы мәктәбендә үтә. Йылдан йыл төбәктә район һәм республика чемпионаты уҙғарыла. Парашюттан алтынсыға һикергән уҡыусыға иһә «парашютист таныҡлығы» бирелә. Парашюттан һикереү батырлыҡҡа тиң, тигәндәй балалар был спорттан адреналин ала. Бынан тыш, уҡыусы өс тапҡыр һикереүгә үҙендә көс тапһа, уға беренсе разряд бирелә. Был иһә Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү йә хәрби училищеға имтиханһыҙ уҡырға инеү мөмкинлеге тигән һүҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика