Паралимпия чемпионы Анатолий Помыкалов  йәшәгән йорт алды йәйәүлеләр үтер өсөн хәүеф тыуҙыра 18.11.2016

Соҡорло юлда йыш ҡына йәйәүлеләр тайып йығыла, ҡабырғаларын, аяҡ-ҡулдарын һындыра.

Күреү һәләте насар булған Паралимпия чемпионы Анатолий Помыкалов өсөн бөтә бәлә үҙе йәшәгән йорттоң ишек алдына ҡайтып еткәс башлана. 50 метр юлды ул  боҙ булып ҡатҡан соҡорҙарға төшә яҙып үтергә мәжбүр. Ул йәшәгән йорттоң ишек алдында хасил булған ер уйымдары  яҙлы -көҙлө ямғыр һыуҙары менән тула. Ер туңғас, был юлда тәрән уйымдар хасил булған.
Ишек алдындағы соҡорло юл оло йәштәге күршеләрҙең дә үҙәгенә үткән. Уларҙы  дауаханаға  яҡын туғандарына  йөрөтөргә
тура килә. Юл аша оло йәштәгеләр үҙаллы ғына үтә алмай.
Римма Покидько, Өфө ҡалаһында йәшәүсе: «Был йортҡа апайыма килеп йөрөйөм. Юлдарҙың торошо өсөн йөрәк әрней. Ҡасан ғына йәйәүлеләр өсөн  махсус тротуар төҙөлөр икән?»
Вологодская урамының 64-се  йорто 48-се торлаҡ-коммуналь хужалығына ҡарай. Йорт алдын төҙөкләндереүгә яуаплы инженер ҡулында төҙөкләндереү схемаһы.Яҙ етеп, финанс бүленеү менән ихата алды төҙөкләндереү планына индерелгән.
Рим Солтанғолов, Өфөнөң 48-се торлаҡ-коммуналь хужалығы инженеры: «Был йорт беҙҙең иҫәптә тора. Яҙ етеү менән юлдар ремонтланасаҡ. Тротуарҙар һәм балалар майҙансығы төҙөләсәк».
Йорт, ихата алды төҙөк һәм йәшәү өсөн уңайлы булырға тейеш. Коммуналь хеҙмәттәр Өфөнөң Вологодская урамының ишек алдын  яҙ етеү менән төҙөкләндерергә вәғәҙәләй. Тимәк, бында йәшәүсе олоһо-кесеһе, шул иҫәптән, мөмкинлектәре сикләнгәндәр емерек юлдан тағы ла ярты йыл йөрөргә тейеш була. Ә ярты йыл эсендә соҡор-саҡырлы тайғаҡ юлдан йөрөгән халыҡ  имен-аман ҡыш сыға алырмы  икән?

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика