Ҡоймаҡ ҡойорға яратҡан педагог

Ҡоймаҡ ҡойорға яратҡан педагог 24.08.2015

Күренекле шағирә, яҙыусы, педагог Рәсимә Ураҡсинаны күптәр шулай тиеп хәтерләй. Шиғри күңелле ханым 64-се йәшендә ауырығандан һуң арабыҙҙан китте. Иртәгә иртәнге сәғәт унда Яҙыусылар Союзында хушлашыу сараһы үтә.

Үҙенә генә хас мөләйемлек, эске мәҙәнилек, итәғәтлек, яғымлы тауышы менән Рәсимә Ураҡсина күптәрҙең һөйөүен яулай. Уны халыҡ башлыса балалар яҙыусыһы булараҡ танып белә. Ул ижад иткән шиғырҙар моңло, әсәлек наҙы менән һуғарылған. Шиғырҙарына 40-тан ашыу йыр яҙылған. Уларҙың күптәре "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалында киң файҙаланыла.

Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы балалар фольклоры менән дә шөғөлләнә. Балалар фольклоры китаптарының ике томлығын сығарыуҙа ла өлөшө ҙур. Шиғри күңелле ханым, үҙен шулай уҡ оҫта педагог булараҡ та танытты. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, оҙаҡ йылдар Сибай педагогия училищеһында уҡыта. Шулай уҡ Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика интернат-мәктәбендә, Өфөләге 2-се педагогия колледжында директорҙың ғилми яҡтан урынбаҫары, Башҡорт дәүләт педагогия институтында эшләй. Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы уҡытҡан йылдарҙы уҡыусылары оло ихтирам иҫкә ала.

Рәсимә Ураҡсина уҡыусыларын үҙ балаһылай ҡарап үҫтерә. Белгәнен өйрәтеп, кәрәк урында төҙәтеп тә ебәрә. Был йәһәттән щепкинсыларҙы миҫалға килтереү ҙә етә. Рәсимә Ураҡсина Мәскәү ҡалаһында Щепкин исемендәге юғары театр училищеһында эшләй.

Рәсимә Ураҡсина үҙен йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та киң таныта. Күптән түгел ул ауылдаштары менән бергә, тыуған төйәге Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылында ,,Ҡырҡ өйлө мең ырыуы башҡорттары" ҡорон йыйҙы. Беҙҙең телеканалға биргән һуңғы интервьюһында ул киләсәккә ҡорған оло маҡсаттары менән бүлеште. Уның ниәте мең ырыуына ҡараған ун бер тармаҡтың барыһын да бергә туплау ине.

Мәрхүмә менән хушлашыу иртәгә иртәнге сәғәт унда Яҙыусылар союзында үтә. Рәсимә Ураҡсина баш ҡаланың Көньяҡ зыяратында ерләнәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку