Ҡотҡарыусыларҙан дәрестәр

Ҡотҡарыусыларҙан дәрестәр 05.07.2014

Ҡырмыҫҡалы районында урынлашҡан «Виктория» балалар лагерендә республиканың ғәҙәтттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ял итеүселәргә йылға-күлдәрҙәге хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында һөйләне. Улар балалар менән кискә тиклем шөғөлләнде.

Ҡырмыҫҡалы районында урынлашҡан «Виктория» балалар лагерендә республиканың ғәҙәтттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ял итеүселәргә йылға-күлдәрҙәге хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында һөйләне. Улар балалар менән кискә тиклем шөғөлләнде.

Именлек һағында тороусыларҙың лекцияһын лагерҙә тәрбиәләнеүселәр ҡыҙыҡһынып тыңланы. Дәрес барышында водолаздар бәләкәстәргә һыуға батыусыларға ҡотҡарыу алымдары тураһында һөйләп, аныҡ миҫалдар күрһәтте.
Лагерҙә һәр миҙгелдә 7 йәштән 16 йәшкә тиклемге 150гә яҡын бала ял итә. Балаларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләүгә йүнәлтелгән, ә ял йорто күл эргәһендә урынлашҡанға. Бында һәр көн һыу инеү өсөн мөмкинлек бар.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре лагерҙа дүртенсе йыл һәр смена һайын дәрестәр уҙғара. Был юлы улар кескәйҙәр менән кәмәләрҙә йөҙҙө, викторина ойошторҙо. Ҡыҫҡаһы көн балалар өсөн ваҡиғаларға бай булды. Кескәйҙәр менән эшләүҙән ҡотҡарыусылар ҙа ҡәнәғәт ҡалды. Һирәкләп ямғыр һибәләүе лә береһенең дә кәйефен ҡырманы.
7 июлдә лагерҙә «Нептун көнө» уҙғарыласаҡ. Һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса уҡытыу шуға уҙғарылды ла инде. Кескәйҙәр ул көндө көтөп ала, сөнки улар көнө буйы рәхәтләнеп һыу инәсәк. «Нептун көнө» йыл һайын йола буйынса республиканың бар лагерҙәрендә лә уҙғарыла.
Аймара Рәхимова


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика