Ҡотҡарыусы маҡтауға лайыҡ 15.05.2017

Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә урынлашҡан 24-се мәктәп уҡыусыһы Егор Мартыновҡа бөгөн Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһенең Рәхмәт хаты тапшырылды.

Бишенсе синыфта белем алыусы малай, һыуҙа кеше ғүмерен һаҡлап ҡалғаны өсөн бүләкләнде. Йәш ҡотҡарыусы тотош мәктәп алдында тантаналы линейкала тәбрикләнде. Егор Мартынов һалҡын апрель иртәһендә урамда ҡыйын булып китеп һыуға ҡолаған иргә ярҙам ҡулы һуҙа.
Бәләгә тарыусыларға битараф булмауҙы кеше өсөн төп һыҙат булыуын Егор Мартынов  яҡшы аңлай. Киләсәктә ул ҡотҡарыусы булырға хыяллана. Һөнәр үҙенсәлектәре тураһында уға ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре бәйән итте. Балалар менән осрашыуҙа һүҙ киләһе йәйге каникул тураһында барҙы. Оҙайлы ял осоронда һыуҙа балаларҙың ғүмере өҙөлөү осраҡтары йышая. Ҡотҡарыусылар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңлатыуҙы төп бурыс тип иҫәпләй.
Эдуард Иҙрисов, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе урынбаҫары: «Уҡыусылар менән һәр осрашыуҙа һыуҙа һәм көнкүрештә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ентекләп аңлатырға тырышабыҙ. Йыш ҡына күптәр ябай ғына талаптарҙы үтәмәй ҙур бәләгә тарый. Ут һәм һыуҙың хәүефе тураһында даими иҫкәртеп торорға кәрәк. Бөгөн беҙ мәктәп уҡыусылары  менән аралашыу барышында йәш ҡотҡарыусы Егор Мартыновты ла ҡотлап үтергә булдыҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика