Ҡотҡарыусы ҡарауылсы

Ҡотҡарыусы ҡарауылсы 28.10.2014

Октябрский ҡалаһында йәшәүсе   Иван Мусиенко ике кешене үлемдән ҡотҡарған. Загс идаралығында ҡарауылсы булып эшләгән пенсионер  йәштәрҙе  ут ялмаған еңел автомобилдән сығарған.

Иван Степанович ул көндө ғәҙәттәгесә  төнгө дежурҙа була. Урамда бар ҡеүәтенә моторы геүләп эшләп ултырған машина уның иғтибарын йәлеп итә. Күп тә үтмәй еңел автомобилдең алғы өлөшөнән  төтөн сыға башлай,  ут ялҡындары күренә. Пенсионер уның эсендә кешеләр юҡ микән тигән уй менән ярҙамға ашыға.
Иван Мусиенко: «Егеттәр иҫен юғалтҡайны. Газ менән ағыуланғандар.  Бындай хәлде мин күп күрҙем. Егерме йыл буйы Себергә йөрөп эшләнем. Һыуыҡ саҡта машинаһын тоҡандырып йоҡлап китеү арҡаһында күптәрҙең ғүмерҙәре өҙөлә. Ҡурҡыу тигән нәмә башҡа ла инмәне. Кешеләрҙе ҡотҡарырға кәрәк ине».
Машина эсендәгеләрҙе  сығарып һалыуға янғын һүндереүселәр, тиҙ ярҙам һәм полиция килеп етә. Бәхеткә күрә егеттәрҙең һаулығына зыян килмәгән. Үҙҙәре әйтеүенсә улар һыра эскәндәр һәм өшөй башлағас машинаны тоҡандырғандар. Нисек йоҡлап киткәндәрен, газ педаленә  баҫҡандарын һиҙмәгәндәр.  
Алмаз Азаматов: «Мине машинанан  тартҡылап һөйрәп сығарыуҙы иҫләйем. Тағы кеше бармы унда тип һораны, эйе тинем. Артабан тағы аңымды юғалтҡанмын».
Хәл егеттәр йәшәгән ихатала булған. Ул төндө Алмаз менән Артур  төнгө клубтан ҡайта. Әммә үҙҙәре бының хаҡта әйтергә ҡыйынһына.
Йәштәр  эшләп йөрөй, яҡындары ла, күршеләре лә быға тиклем әллә  ни тәртип боҙоп йөрөгәндәрен иҫләмәй.
Иван Степанович   һыуыҡ булһа ла   машинаны тоҡандырып йоҡламаһындар ине, бигерәк тә оҙон юлдағылар ти .  Ул бер нәмәгә аптырай. Йән фарман  ярҙамға йүгергәндә  берәү эргәлә  был хәлде вайымһыҙ ғына  күҙәтеп кәрәҙле телефонына видеоға төшөрөп торған. Бөтә кешеләр ҙә батырлыҡ ҡылырға һәләтле түгел шул.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку