Ошо көндәрҙә Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылында йәшәүселәр Әй йылғаһында ике аҡҡош йөҙөүен күҙәтә 10.10.2016

Һирәк осрай торған ҡоштарҙы беҙҙең тамашасыбыҙ кеҫә телефонына төшөргән. Пар аҡҡоштар, кешенән ҡурҡмай,  ауыл эргәһенә бөтөнләй яҡын килгән. Урындағы халыҡ әйтеүенсә,  был яҡтарҙа аҡҡоштарҙың тотош ғаиләһе менән дә туҡтағаны бар. Йәйгеһен улар Әй йылғаһы буйындағы ҡуйы таллыҡтарҙы үҙ итә. Күп халыҡтарҙа, шул иҫәптән башҡорттарҙа аҡҡош изге ҡош һанала. Төбәктә уларға ҡарата браконьерлыҡ осраҡтары теркәлмәгән.      

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика