Ҡош һанайбыҙ 01.03.2017

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, төбәк-ара орнитологтар һәм Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе  менән берлектә яңы акция иғлан итте. Экология йылында ҡоштар донъяһына иғтибарлы күрһәтеү мөһим сара һанала. Акция ай дауамында барасаҡ.

Иң беренселәрҙән булып тәбиғәттең яҡын дуҫы Гүзәл Хәмитова Өфөнөң Дим районында ҡара ҡарғалар килеүен камераға төшөрөп алған. Йәнле тәбиғәткә үтә лә иғтибарлы һәм күҙәтеүсән эҙәрмән-журналист башҡа тамашасыларҙы ла әүҙемерәк булырға саҡыра.
Яҙ ҡайтыусы ҡоштар беҙгә яҡшы таныш, һәм улар бер ваҡытта үҙ графигынан тайпылмай. Иң беренсе булып сәпсектәр  ҡайта. Улар ҡайтыр юлдарында һис аҙашмай, йыш ҡына йылғаларҙа ҡуҙғалған боҙ өҫтөнән  йүгереүсе мөһабәт ҡоштарҙы тамаша ҡылырға мөмкин. Баҫыуҙарҙа ҡар иреү менән сәүкәләр күренә башлай. Улар иң беренселәрҙән булып бала сығара. Сәпсектәрҙең һәм һабан турғайҙарҙың ата ҡоштары тыуған яҡтарына башлап осоп килә. Өсөнсө булып һуңлаусы ҡоштар - һандуғастар, ҡарлуғастар  ҡайта.
Яҙ йылы яҡтарҙан беҙҙең төбәктәргә  ҡайтыуы - ҡоштарҙың генетик хәтеренә һалынған. Телевизор ҡараусылар  төшөрөп ебәргән видеояҙмаларға таянып киләсәктә Өфө ҡалаһы тирәһендәге ҡоштарҙың атласын төҙөләсәк.  
Көндәр оҙайып, төндәр ҡыҫҡарыу менән тыуған яҡтарына ҡайтыусы ҡоштар тубын иҫәпкә алыу бик мөһим. Акцияны  ойоштороусылар  телевизор ҡараусы тамашасыларҙың әүҙемлеген  һәм  күҙәтеүсәнлеген арттырып, ҡоштар донъяһына иғтибарлы булырға саҡыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика