Ҡорот байрамы 26.08.2015

Хәйбулла районы халҡы  үҫеп килгән быуында халыҡ кәсептәренә, бороңғо шөғөлдәргә хөрмәт тәрбиәләй. Төбәктең Әбеш ауыл биләмәһенә ҡараған Һаҡмар-Наҙарғол ауылында файҙалы һаналған ризыҡҡа дан йырлау йөҙөнән ҡорот байрамы үткәрелде.

Сейә, муйыл, ҡарағат, йөҙөм ҡушылғаны. Өҫтәл түрендә уларҙың ниндәйе генә юҡ. Ҡороттоң шифаһы хаҡында Зәкирә Юнысова яҡшы белә, башҡаларға ла һөйләргә әҙер.
Хәйбулла районының Һаҡмар-Наҙарғол ауылы халҡы малды күп тота. Ҡорот эшләү һәр хужабикәнең яратҡан шөғөлө. Бер-береһенең оҫталығын өйрәнеү, серҙәре менән бүлешеү маҡсатында төбәктә махсус байрам үтә. Былтыр унда ҡатнашыусылар ҡорот эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарһа, быйыл уны етештереү, эшкәртеү нескәлектәрен күрһәтелде. Әйткәндәй, ҡоротсолар аҡты һатыуға сығарып мул ғына табыш та ала.
Байрамда хужабикәләрҙең ҡорот продукцияһынан торған бай күргәҙмәһе ойошторолдо. Ҡатнашыусылар ризыҡтың шифаһы хаҡында төрлө һорауҙарға яуап тотто, йомаҡтар систе.
Сара башҡорт халҡының милли ризығын пропогандалауҙы маҡсат итеп ҡуя. Уның тап Һаҡмар-Наҙарғол ауылында үтеүе лә осраҡлы түгел. Ҡоротсолар продукцияны күпләп етештереп төрлө өлкәләргә оҙата, килеп һатып алыусылар ҙа күп.
Азат Ғәлиуллин



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика