Ҡоро тормош

Ҡоро тормош 09.02.2015

Өфөнөң Төньяҡ Шаҡша биҫтәһендә тәүге торлаҡ йорттар 20 йыл самаһы элек һалынған. Ләкин бында халыҡты һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе тулыһынса хәл ителмәгән. Кәмендә биш урам халҡы көн дә «ҡайҙан һыу алырға?» тип баш вата. Берәүҙәр күрше ауылға колонкаға, икенселәр хатта, ҡалаға тиклем барып етә. 2012 йылда бер нисә урамға торба һуҙыла, тик намыҫһыҙ подрядсы ойошма арҡаһында эш туҡтап ҡала. Суд тикшеренеүҙәре бөгөн дә дауам итә. Урамға йәшәү сығанағы ҡасан килеп етер?

6-сы тиҫтәһе менән барған Мөнир Сәғәҙиев өсөн һәр ял  һыу хәстәрләүҙән башлана. Ир автомобиленә мөмкин тиклем күберәк канистр, пластик шешәләр тултыра. Һыу артынан уға Шаҡша ҡасабаһына колонкаға барырға кәрәк. Был хәл инде 10 йыл самаһы дауам итә, ғаиләнең оҙаҡ төҙөлгән йортона сығыуы уларға тик мәшәҡәт кенә өҫтәгән.
Колонканан бер рейста Мөнир Сәғәҙиев 130-140 литр һыу алып ҡайта. Ләкин был ғына һыу оҙаҡҡа етмәй. Һауыт-һаба, иҙән йыуыу өсөн хужабикә ҡар ҡуллана. Хәтерегеҙгә төшөрәм, был тормош тап бөгөн, ауылда түгел, Өфөнөң Калинин районына ҡараған биҫтәлә бара.
Һыу мәсьәләһе биҫтәлә йәшәүселәрҙең барыһы өсөн дә уртаҡ бәлә. Ҡоҙоҡ ҡаҙыу ҙа ярҙам итмәй. Ер аҫты һыуҙары ныҡ тәрән, уға эләгеүе лә ҡыйын тип аңлата урындағылар.
Бөтә өмөт - үҙәк һыу менән тәьмин итеү системаһында. Күршеләге «Тикшеренеүселәр» урамында торбалар һалынған, тик подрядсы ойошма уларҙың тейешле талаптарға яуап биргәнен түгел, ә күрәһең, арзанырағын ҡулланған. Һөҙөмтәлә «Өфө һыу каналы» ойошмаһы селтәрҙәрҙе балансҡа алырға теләмәй. Суд тикшеренеүҙәре дауам итә. Ә һыу юҡ. Ошо сәбәпле күптәр ремонт эштәрен дә тамамлай алмай.
Урам осонда йәшәүселәр мәсьәләне үҙҙәренсә хәл иткән. Улар күрше урамдан үтеүсе торбаға тоташҡан, сығымдарҙы үҙ кеҫәһенән ҡаплаған.
Район хакимиәте иһә быйыл биҫтәлә һыу үткәреү буйынса эштәр ҡаралған тип белдерә. Аҡсаны ҡала бюджеты бүлә, ул кәмендә бер урамды үҙәк һыу менән тәьмин итеү селтәренә тоташтырыу өсөн етергә тейеш.
Ринат Варин, Өфөнөң Калинин районы хакимиәтенең алыҫ территориялар менән эш итеү бүлеге етәксеһе: «Әлегә эштәр ҡасан башҡарыласағы тураһында әйтеп булмай. Конкурс иғлан итергә, подрядсы ойошма тәғәйенләргә кәрәк. Ләкин быйыл мәсьәлә ыңғай яҡҡа үҙгәрер тигән өмөт бар».
Биҫтә халҡына бер ҙә көнләшерлек түгел. Хәҙер үҙәк һыу селтәрҙәре ауылдарҙа ла ғәҙәти күренеш. Ә инде баш ҡалаға ҡараған биҫтәлә йәшәүселәрҙең интегеүҙәре үтә лә аяныслы. Был төҙөлөш өсөн биләмә бүлеү алдынан майҙанды кәрәкле инфраструктура менән тәьмин итеү кәрәклеген йәнә иҫбатлай.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика