Ҡоро паекка ғына туйып буламы?!

Ҡоро паекка ғына туйып буламы?! 11.11.2015

Иглин районы Охлебинин ауылында социаль приют тәрбиәләнеүселәре мәктәп туҡланыуынан мәхрүм ҡалған. Көҙгө каникулдан һуң улар белем усағына үҙҙәре менән төрлө емеш, тәмлекәстәр йөрөтә башлаған. Был ризыҡтар биш-алты дәрескә етәме?!

Ҡыҙҙар кәнфит тыштарынан төрлө фигуралар яһарға маташа. Бына инде нисәнсе көн улар мәктәптә синыфташтары менән бергә туҡланмай. Үҙҙәре менән бергә социаль приюттан ҡоро паек килтерә. Закон буйынса беҙ был балаларҙың йөҙҙәрен рөхсәтһеҙ күрһәтергә тейеш түгел. Шулай ҙа ҡайһы бер уҡыусыларҙың фекерҙәре аптырауға һалды. Әйтәйек, бер уҡыусы бөтөнләй әфлисун яратмайым, ти, шуға биш дәрес эсендә ул ике кәнфит кенә ашаған. Күптәр бөгөн ҡоро паек менюһына ингән был емеште, печенье, кәнфиттәрҙе туҡлыҡлы тип иҫәпләй. «Биш-алты дәрес уҡырға тура килһә лә, асығып өлгөрмәйбеҙ»,- тиҙәр. Белем усағы етәкселеге иһә был үҙгәрештең яңы барлыҡҡа килеүен белдерҙе. Ноябргә тиклем социаль приют тәрбиәләнеүселәре мәктәп ашханаһында барыһы менән бергә туҡланған.
Иглин районы буйынса мәктәптәрҙә берҙәм меню төҙөлгән.  Урындағы мәғариф бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, ике йыл дауамында социаль учреждение етәкселеге  менән берлектә был киҫкен мәсьәләне хәл итеү юлдары барланған.
Социаль приют етәкселеге белдереүенсә, балаларҙан бығаса туҡланыуға ҡарата бер ниндәй ҙә ҡаршы һүҙ, зарланыуҙар булмаған. Дәрестәрҙән һуң барыһы ла ваҡытында төшкө аш менән тәьмин ителә, ҡоро паек иһә алдан төҙөлгән меню буйынса бүленә.
Кәнфит, печенье, емеш-еләк алдан һәр уҡыусыға әҙерләнеп ҡуйыла. Был тупланма икенсе иртәнге аш тип һанала. Учреждение тәрбиәләнеүселәре көнөнә алты тапҡыр өҫтәл артына ултыра.
Олеся Сумеркина, Охлебинин ауылындағы социаль приют мөдире: «Приютта СанПИн нормаларына ярашлы туҡланыу ойошторолған. Беҙ был талап сиктәренән сыға алмайбыҙ. Уларҙы аҙыҡ-түлек менән мәктәптә  тәьмин итеү  беҙҙең ҡарамаҡта түгел».
Шулай ҙа социаль учреждение тәрбиәләнеүселәре мәктәптә барыһы менән бергә туҡланырға тейештер, моғайын?! Расписаниеға ҡарағанда етешәр дәрес уҡыған синыфтар ҙа булды. Көндөҙгө сәғәт ике-өстәргә тиклем ҡоро паек менән генә туҡланып, белем тауына күтәрелеү уҡыусыларға, ай-һай, ауырға тура киләлер.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика