Омскиҙа һәләк булған Башҡортостан һалдаттарының ғәиләләренә матди ярҙам күрһәтелде

Омскиҙа һәләк булған Башҡортостан һалдаттарының ғәиләләренә матди ярҙам күрһәтелде 17.10.2015

Алдан вәғәҙә ителгәнсә, уларға берешәр миллион һум бүленде.

Бынан тыш, ауыр һәм еңелсә йәрәхәт алыусы хәрбиҙәр 200 һәм 100 мең һум күләмендә аҡса алды. Был сумма  Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының резерв фондынан йүнәлтелде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 12 июлдән 13-нә ҡараған төндә Омскиҙа хәрби казарма емерелеп  24 кешенең ғүмере өҙөлдө,  20-гә яҡын  һалдат  төрлө тән йәрхәттәре менән дауаханаға оҙатылды. Һәләк булыусыларҙы бишәүһе Башҡортостан егеттәре, йәнә ике яҡташыбыҙ әле лә  Мәскәү госпиталдәрендә дауалау курсы үтә.  Ә инде тулыһынса һауыҡҡан Илнур Ҡыуандыҡов бөгөн Ивановолағы десантсылар ғәскәрендә хәрби бурысын үтәүен дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика