Омск фажиғәһенә бер йыл

Омск фажиғәһенә бер йыл 12.07.2016

Былтыр 12 июлдән 13-нә ҡараған төндә Омск ҡалаһында урынлашҡан Һауа десант ғәскәрҙәре үҙәге казармаһы ишелеп 24 егеттең ғүмерен өҙҙө. Фажиғә илдең һәр төбәгенә тиерлек ҡағылды. Башҡортостандан ҡәһәрле казармала 9 егет йәшәгән. Уларҙың дүртеһе генә иҫән ҡалды. Владимир Дунаев менән  Илнур Ҡыуандыҡов бәхеткә күрә, бәләнән еңел ҡотолдо. Улар күп тә үтмәй аяғына баҫты. Ә бына Рөстәм Нәбиев менән Владимир Петров ауыр йәрәхәттәр алған. Улар әле яңынан аяҡҡа баҫырға өйрәнә.

Ете сәғәт  емереклектәр аҫтында, ике клиник үлем, 40 көн реанимация һәм ун айлыҡ реабилитация. Рөстәм был фажиғәлә аяҡһыҙ ҡала. Ләкин егеттең йәшәү сәмен, рухы һынмаған. Киреһенсә, беҙҙән башҡа береһе лә түгел девизы менән йәшәгән яҡташыбыҙ үҙ алдына тағы ла юғарыраҡ бурыстар ҡуя. Тыуған йортома үҙем атлап инәсәкмен, тип һүҙ бирә. Хатта, дауаханала ятҡанда ла был маҡсатына ирешеү әмәлен таба.
Рөстәм көн дә бер-ике сәғәтен спортҡа бағышлай. Тренажерҙар уға физик көс  өҫтәһә, янындағы туғандары, яҡындары йәшәү дәрте бирә. Тап уларҙың иғтибары, һөйөүе егетте яңынан аяҡҡа баҫтыра ла инде. Рөстәм тәүҙә, инвалид  кемгә кәрәк, тип ,һөйгән ҡыҙы ташлауынан ҡурҡа. Ләкин бындай уйҙар Индираның башына ла инеп сыҡмай. Ҡыҙ үҙ һалдатына тоғро  ҡала.  
Табиптар Рөстәмдең терелеп китеүенә ышанмаған да. Уның ике аяғы, умыртҡаһы һынған була, мейеһе һелкенә, ныҡ ҡыҫылғанға бөйөрҙәре эшләмәй. Егеткә барыһы  16 операция кисерергә тура килә. Ә бит был фажиғәне Рөстәмдең ата -әсәһе һиҙенгән . Хеҙмәткә алыныр алдынан егеттең атаһы улын башҡа ергә барырға ла өгөтләп ҡарай.
Ләкин үҙ һүҙле Рөстәм бала саҡ хыялынан баш тартырға уйламай ҙа. Аяҡһыҙ ҡалыуын да ошо ныҡышмалылығына һынау кеүек ҡабул итә. Тимәк, яҙмышым шулайҙыр... Тимәк,  яҙмыш ҡайҙалыр башҡа ерҙә үҙемде һынап ҡарарға ҡуша, ти ул. Үҙен дауалаған табиптарға рәхмәт яҙыуының аҫтына ул  «Буласаҡ Паралимпия чемпионы Рөстәм Нәбиевтан» тигән яҙма ҡалдырған.
Стәрлетамаҡтан Владимир Петров та әле яңынан атларға өйрәнә. Ә фажиғәгә тиклем йүгереүҙә уға етеүселәр һирәк булған. Тап спорт һөйөүе арҡаһында егет һауа десант ғәскәрҙәренә алына ла инде. Ләкин был ҡәһәрле көн уның хәрби хеҙмәт карьераһына  сик ҡуя. Ишелеп төшкән бетон диуарҙар Владимирҙың  аяғын иҙә.
Бынан тыш, егеттең баш мейеһе йәрәхәтләнә, аяҡ-ҡулдары йөрөмәй башлай. Табиптар уға  13 операция яһай. Һуңынан ғына егеттең аяҡҡа баҫырына өмөт тыуа.
Омсктағы һауа десант ғәскәрҙәре үҙәге казармаһы нисек ишелгән шул килеш  тора. Бөгөн бында матәм саралары уҙа. Фажиғәлә һәләк булған 24 иптәшен иҫкә алырға иҫән ҡалған Башҡортостан егеттәре лә барҙы. Был көндө иҫән ҡалған егеттәр  үҙҙәренең икенсе тыуған көнө тип һанай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика