Ҡомға кем хужа? 23.10.2014

Өфө тирәләй законһыҙ ҡом сығарыу урындары арта. Республикала төҙөлөш күләме артҡан һайын материалдарға ла ихтыяж көсәйә. Ә инде тәбиғәт байлығын бер ниндәй түләүһеҙ сығарғанда тиҙ арала миллиондарса һум табыш алырға мөмкин. Йүнселерәктәр һәм кәрәкле урындарҙа «йөнтәҫ» ҡуллы әшнәләре булғандар килем алырлыҡ урындарға һөлөк кеүек йәбешә. Һөҙөмтәлә дәүләт ҡаҙнаһына миллиондарса һум зыян килтерелә. Ниһайәт, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ҡаҙылма байлыҡтарҙы күҙәтеүгә алырға булды. Бөгөн экология ҡануниәтен камиллаштырыуға арналған кәңәшмә үтте. Халыҡ һайланыусылары рөхсәтһеҙ тәбиғи байлыҡ сығарыусыларға тағы ла ҡатыраҡ яза әҙерләй.

Нуғай ҡасабаһы биләмәһен хеҙмәтләндереүсе дирекция - был ерҙә ҡом сығарыуға рөхсәт алған берҙән-бер ойошма. Ләкин карьерҙан төҙөлөш материалы ташыусылар  байтаҡ. Ҡала предприятиеһы ҡомдо йылдам үҫешкән ауылдың юлдарын, коммуникацияларын хәстәрләүгә тотонһа, ҡалғандар уны һатып аҡса эшләүгә генә сығара.
Дирекция етәкселеге әйтеүенсә, күҙ-ҡолаҡ булып тормаһаң, бында рөхсәт бармы-юҡмы икәнлеген ҡарап тормайҙар.Ҡаҙылған соҡорҙарҙың тәрәнлегенән күренеүенсә, ситкә ҡойолған ҡом бер тонна ғына түгел. Көнөнә генә бында йөҙгә яҡын йөк машинаһы килә. Төҙөлөш баҙарында бер КамАЗ ҡомдоң 6-8 мең тирәһе тороуын иҫәпкә алғанда, тәбиғәткә килтерелгән зыян баһалап бөткөһөҙ.
Ә бит рөхсәтһеҙ ҡом сығарыу урындары берәү генә түгел.  Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары әйтеүенсә, йыл башынан алып 140 урында ҡом сығарыу карьеры тикшерелгән һәм шуларҙың 111-дә рөхсәтһеҙ эш итеү асыҡланған.
Әммә уларҙы яуапҡа тарттырыу икеле, ти белгестәр. Ҡануниәттең камил булмауы арҡаһында хоҡуҡ боҙоусылар яуаплылыҡтан ҡаса. Ул арала Өфө тирәләй рөхсәтһеҙ ҡом сығарыу карьерҙары арта ғына. Депутаттар законһыҙ ҡаҙылма байлыҡтар сығарыусыларға ҡарата язаны бермә-бер ҡатыландырырға ҡарар итте. Эшсе төркөм был өлкәләге ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү тәҡдиме менән Дәүләт Думаһына сығырға иҫәп тота.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика