Оло булыу ҡартлыҡ түгел 27.05.2015

Өфөнөң Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһында бөгөн оло быуын вәкилдәре өсөн үҙенсәлекле сара үтте.

Хәрәкәттә - бәрәкәт. Пенсия йәшендәге өлкәндәр байрамдан ҡәнәғәт. Берәүҙәр бай концерт программаһын ҡарап кинәнһә, икенселәр интеллектуаль бәйгеләрҙә һынау тотто. Өләсәй-олатайҙар ейән-ейәнсәрҙәренә ҡаршы уйнаны. Ике яҡ та еңел генә бирешергә теләмәне. Ярыш ҡыҙғандан-ҡыҙҙы.
Өлкән йәштәгеләр өсөн байрам Рәсәй Президенты гранты ярҙамында ойошторолдо. «Өсөнсө быуын университеты» уҙғарған сарала 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Иң олоһо 90-ды уҙған.
Әйткәндәй, «Өсөнсө быуын университеты»ның дүрт йыллыҡ эшмәкәрлеге осоронда  60 меңдән ашыу кеше белемен камиллаштырған. Өфөлә генә түгел, ауыл ерендә йәшәүселәр ҙә уҡырға әүҙемлеген күрһәтә. Республиканың һәр район-ҡалаһында тиерлек халыҡ университеттары ойошторолған. Заман менән бергә атларға теләүселәр бер йүнәлеш буйынса ғына түгел, ике-өс курстарға яҙылғандары ла юҡ түгел. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ял итергә ашыҡмай улар.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика