Оло байрамға әҙерлек дауам итә

Оло байрамға әҙерлек дауам итә 16.04.2015

Республика район-ҡалалары мәктәптәре Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған концерт программаһын ҡабатлай, «Үлемһеҙ полк» акцияһына транспаранттар әҙерләй.

Тантаналар залында Рәсәй тарихы дәресе. Бөгөнгө тема Ленинград блокадаһы хаҡында. Уҡыусылар ете тиҫтә йыл элек булып үткән ваҡиғаларҙы күңеле аша үткәреп, әҫәрләнеп ҡараны. Һәр кем үҙенсә һығымта яһаны.
Ябай дәрестәрҙән тыш, документаль әҫәр күрһәтеү идеяһын Рәсәй тарихы һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Айҙар Йәркәев күтәреп сыға. Бар видеоматериалдар ҙа интернет селтәренән алынған.
Әбйәлил районының Сиҙәм мәктәбе уҡыусылары ла Бөйөк Еңеүҙең 70-се яҙын тулҡынланып ҡаршылай. Уҡыусылар сафҡа теҙелеп маршты ҡабатлай.
Тормош хәүефлеге нигеҙҙәре дәресе уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта мәктәптең баш археологы ла булған Салауат Рәжәпов юғары синыф уҡыусылары менән бергә үҙенсәлекле әйберҙәр йыйыу менән дә мәшғүл. Белем усағында уңышлы эшләп килгән «Йәш эҙәрмән» түңәрәгенә йөрөүселәр ике йыл эсендә бик күп тарихи әйберҙәр туплаған да инде.
Инглиз патрондары, шпага былар барыһы ла Сиҙәм мәктәбе уҡыусылары тарафынан табылған. Һәр ҡайһыһының үҙенә генә хас тарихы бар. Мәҫәлән, был миҙал картуф ихатаһында табылған. 1903 йылда Санкт-Петербург ҡалаһының 200 йыллығына кемгәлер тапшырылған награда.  
Еңеүҙең 70-се яҙын ҡаршыларға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Республика район-ҡалалары бөйөк датаны лайыҡлы ҡаршыларға теләй. Берәүҙәр олатай-өләсәйҙәренең фотоһүрәттәренән транспарант эшләһә, икенселәр байрам концертына әҙерләнә. Һәр кемдең йөрәгендә бер үк хис урғыла - тыныс тормош бүләк иткән һуғыш һәм тыл ҡаһармандарына рәхмәт һәм хөрмәт тойғоһо. Сөнки бер кем дә, бер нимә лә онотолмаған!
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика