Олатайҙар васыяты

Олатайҙар васыяты 12.01.2015

Балтас районының Иҫке Яҡшый ауылында йәшәүсе Йәҙилә Әхтәмова атаһын бөтөнләй белмәй тиерлек. Ул донъяға атаһы Хәтмулла Ғәйфуллин Беренсе донъя һуғышынан ҡайтҡас тыуа. Тик оҙаҡламай илгә йәнә һуғыш афәте килә, һәм Йәҙилә Хәтмулла ҡыҙына ике йәш тигәндә, 1943 йылда атаһы йәнә фронтҡа алына. Ҡәҙерле кешеһенән бер генә иҫтәлек-уның көндәлеге ҡала. Йәҙилә Әхтәмова уны китап итеп сығара.

Хәтмулла Әхтәмов заманы өсөн уҡымышлы кеше була. Мәҙрәсәлә уҡый, мулла булып эшләй. 1914 йылда фронтҡа алына. Өс йыл фронт һыҙығында булғандан һуң ҡулға алына. Тап тотҡонда ул көндәлек яҙа башлай. Яҙмаларынан күренеүенсә, пленда ла ул юғалып ҡалмай, мөмкинлек табып сауҙа итә башлай, бер аҙ аҡса ла туплай. Алған килемен ул һуғыштан һуң тыуған яғына ҡайтыуға тотона. Ләкин тыныс тормош оҙаҡ һуҙылмай, 1943 йылда ул йәнә фронтҡа китә. Ошонан һуң уның көндәлектәре ғаиләһенең йәдкәренә әйләнә.
Уҙамандың көндәлеге, заманына ярашлы ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған була. Элек яҙманы таныусылар байтаҡ булһа, бөгөн, әлбиттә, бындайҙар һирәк осрай. Киләсәк быуындар ҙа Хәтмулла Ғәйфуллиндың хәтирәләренән ғибрәт алһын өсөн Йәҙилә Әхтәмова көндәлекте тәржемә итергә була. Был эштә уға ауылдағы мәсет имамы ярҙам итә.
Яугир көндәлегенең тәржемәһе 500 дана күләмендә баҫылып сыҡҡан. Китапты Йәҙилә Әхтәмова балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, яҡындарына биреп сыҡҡан. Шулай итеп Хәтмулла Ғәйфуллиндың хәтирәһе әле лә йәшәй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку