Олатайға Еңеү өсөн рәхмәт! 05.05.2015

Салауат ҡалаһында йыл һайын ойошторолған патриотик акция үтте. Күләмле сарала ретро һәм ябай автомобилдәр, мотоциклдар, велосипедтар ҡатнашты. Бөтә техника колонна менән ҡала урамдарынан үтте.

Ветеран Шәрип Юлтимеров совет осороноң ЗИС автомобиленә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарай. Был техниканы күптән күргәнем юҡ ине, ти уҙаман. Оҙаҡламай ул данлыҡлы автомобилдә ҡала урамдары буйлап үтәсәк. Салауатта уҙғарылған автоуҙыш Еңеү байрамына, бөйөк көндөң әһәмиәтен йәш быуынға еткереүгә йүнәтелгән. Был эштә ҡаһарман ветерандарҙың роле ҙур. Уларҙың батырлығы һәр кемгә өлгө булырлыҡ.
Был көндө ҡала урамдары буйлап өс йөҙҙән ашыу техника үтте. Ретро автомобилдәр, хәрби техника өлгөләре, мотоциклдар, велосипедтарҙан торған колонна бер нисә километрға һуҙылды. Бынан тыш, сарала автомобиле һәм теләге булған һәр кем ҡатнаша алды. Патриотик марш Салауаттарҙы берләштерҙе, Бөйөк Еңеү өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятты.
Үҙенсәлекле акция ҡалала республиканың төрлө тарафтарынан йыйылан ретро автомобилдәр һөйөүселәрҙе осраштырҙы. Бында Советтар Союзы осоронда, шулай уҡ сит илдәрҙә етештерелгән транспорт саралары ла бар ине. Энтузиасттар хатта хәрби техниканы тергеҙеү менән шөғөлләнә.
Артур Насиров, коллекционер: «Ниндәй ҙә булһа автомобилде тергеҙеү бик оҙайлы эш. Ҡай саҡта айҙар һәм йылдар талап ителә. Төп маҡсатыбыҙ - транспорт сараһына уның тәү ҡиәфәтен ҡайтарыу».
Патриотик акция Мәңгелек ут яныда тамамланды. Бында тантаналы митинг үтте, мемориалға сәскәләр һалынды. Йолаға ярашлы, һалдат бутҡаһы таратылды. Был көндө бөтә ҡала халҡы  ветерандарға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика