Ҡолаҡҡа эленгән туҡмас йәки Илеш районының Йөннө ауылы халҡы нисәмә йыл инде буш вәғәҙәләр менән йәшәй

Ҡолаҡҡа эленгән туҡмас йәки Илеш районының Йөннө ауылы халҡы нисәмә йыл инде буш вәғәҙәләр менән йәшәй 02.03.2016

Улар газһыҙ интегә. Район үҙәгенән дүрт саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ауылда йәшәүселәр төрлө тупһаларҙы тапауҙарына ҡарамаҫтан боҙ  урынынан ҡуҙғалмай. Күптәр электр утына күпләп аҡса түләп, мейес яғып йәшәргә мәжбүр. Проблема хаҡында ауылдаштар асыҡтан-асыҡ һөйләүҙән ҡурҡа. Эшһеҙ ҡалғылары килмәй.

Шуға ла хужабикә электр плитәһенда бешеренергә мәжбүр. Ғилмановтарҙың Йөннө ауылынан йәш ғаилә булараҡ ер участкаһы алыуҙарына 18 йыл. Йорт әлегәсә зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылмаған. Шуға ла улар өйҙәрен электр уты ярҙамында йылыта. Ә был ярайһы ғына ғаилә бюджетына һуға. Ут өсөн кәм тигәндә 7 мең һум түләргә тура килә.
Электр утын да ауылда йәшәүселәр йорттарына күсеп туғыҙ йыл үткәс кенә үткәреүгә ирешә. Ә ҡасандыр урындағы етәкселек ер участкаһы алған йәштәргә инженер коммуникацияларына бәйле мәсьәләләр хәл ителәсәк тип  вәғәҙәләй. Әммә барыһы ла һүҙҙә генә ҡалды, ти урындағы халыҡ.
Газһыҙ интеккән ауылдың ике урамына зәңгәр яғыулыҡ үткән үтеүен, тик йорттарға тоташтырылмаған. Улар әлеге ваҡытта 30-ға яҡын иҫәпләнә. 2000 йылдар башынан бирле төрлө вәғәҙәләр менән йәшәп тамам арыған халыҡтың күбеһе йортона мейес тә сығарған. Ә ҡайһы берҙәре хатта, йорттарын һатыуға ла ҡуйған.
Йөннө ауылы проблемаһы хаҡында  урындағы хакимиәт етәкселеге хәбәрҙар. Беҙҙең ижади төркөмдө мәсьәлә быйыл хәл ителәсәк тип ышандырҙылар.
Тимәк, ауыл халҡына йәнә көтөргә ҡала. Газ үткәреү тураһында проект рәсми нығытылған. Тик Йөннө ауылы халҡы ул артабан да һүҙҙә генә тороп ҡалмаһын ине тип борсола. Сөнки урындағы халыҡ  был хәбәрҙе 15 йыл буйы тыңлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Гильманов Рафак
04.03.2016 00:29:14
Спасибо телеканалу БСТ! Надеемся, что ваша передача нам поможет!Бик зур рэхмэт!

Возврат к списку