Октябрҙән башлап республика халҡы коммуналь түләүҙәргә өҫтәмә квитанциялар ала башлаясаҡ

Октябрҙән башлап республика халҡы коммуналь түләүҙәргә өҫтәмә квитанциялар ала башлаясаҡ 09.10.2014

«Торлаҡ кодексы»на ярашлы, күп ҡатлы йорттарҙа капиталь ремонт үткәреү маҡсатында милекселәр айлыҡ иғәнә индерергә бурыслы. Тимәк, өҫтәмә сығымдар  башлыса ҡалала йәшәүселәргә көтөлә.

Тишек түбә таҡтаһы, ҡойолоп төшә яҙырҙай стеналар ҡала йорттары өсөн ғәҙәти күренешкә әйләнә бара. Был йортта ла капиталь ремонт түгел, ябай төҙөкләндереү эштәренең дә үткәрелмәүе күренеп тора. Ҡыйыҡ тишелеп бөткәнлектән фатир эсендә лә ҡайһы саҡта ямғыр һибәләй.

Ирина Белоусова, йорт комитеты етәксеһе: «Беҙҙең йорт төҙөлөүгә инде 50 йыл тулды. Ләкин бында бер тапҡыр ҙа төҙөкләндереү эшләнмәне. Күпме мөрәжәғәт иттек, бер файҙаһы юҡ. Ә бит ҡала уртаһында, Октябрь проспектында йәшәйбеҙ».

Бындай шарттарҙа йәшәү тамам ялҡытты, ти халыҡ. Шул уҡ ваҡытта йорттарҙы хеҙмәтләндереү өсөн дә бит ярайһы уҡ ҙур күләмдә аҡса алалар. Ә коммуналь хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итһәң, аҡса юҡ, тиеүҙән башҡаны белмәйҙәр. Бынан ары бындай яуап менән аҡлана алмаясаҡтар. Капиталь ремонт өсөн аҡсалар хәҙер махсус иҫәпкә туплана. Яңы ҡануниәткә ярашлы, халыҡтан йыйылған иғәнәләр менән яңы барлыҡҡа килгән «Төбәк операторы» идара итәсәк. Аҡсалар мотлаҡ капиталь ремонтҡа ғына йүнәлтелә.

Борис Герасимов, «Башҡортостандың төбәк операторы» фонды генераль директоры: «Быға тиклем халыҡтан капиталь ремонтҡа аҡса йыйыу үтә лә ауырға тура килә ине. Хәҙер ул закон нигеҙендә туплана. Программа 30 йылға иҫәпләнгән һәм уға ярашлы йыл һайын ике меңдән ашыу йортто төҙөкләндереү күҙаллана. Ремонт үтергә тейеш йорттарҙың исемлеге милекселәрҙең нисек түләүенә ҡарап билдәләнә. Иғәнә тупланмай икән, эштәр ҙә башҡарылмаясаҡ».

Иғәнә күләме фатирҙың майҙанына ҡарап билдәләнә. Алты ҡатлы йортта йәшәүселәр һәр квадрат өсөн айына 5 һум 20 тин түләһә, унан да бейегерәк йорттарҙа йәшәүселәр 5 һум 80 тин түләйәсәк. Әйткәндәй, капиталь ремонт өсөн яңы төҙөлгән йорттарҙа йәшәүселәр ҙә түләйәсәк. Хәйер, милекселәр ширҡәте, йәки башҡа йорт идаралыҡтары кәңәше менән был аҡсаларҙы айырым иҫәпкә күсертеү ҙә мөмкин. Ул саҡта ҡасан һәм ниндәй күләмдә йортҡа ремонт кәрәклеген хужалар үҙҙәре хәл итәсәк. Дөрөҫ, айырым иҫәпкә күсертеү өсөн алдан ғариза яҙыу көрөк ине. Әле мөрәжәғәт иткән йорт комитеттары фондта тупланған аҡсаларын ике йылдан һуң ғына кире ҡайтара аласаҡ.

.А.Кәбиров


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку