Оҫта ҡулдар ябай тал сыбығынан да мөғжизә тыуҙыра ала 29.07.2014

Илеш районының Бүләк ауылында йәшәүсе Зилә Һәүбәнова менән уның тормош иптәше Шамил Миңнәхмәтов менән төбәктә алтын ҡуллы оҫталар булараҡ танылған. Ғаилә талдан  төрлө көнкүреш  әйберҙәре үрә, күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт та тота.

Зилә Һәүбәнова тормош иптәше Шамил Миңнәхмәтов менән бергә эшләгән коллекцияһын һанап бөткөһөҙ. Үҙенсәлекле гөл һауыттары, бер-береһен ҡабатламаған кәрзиндәр, ултырғыс һәм, әлбиттә, карауат та талдан үрелгән. Хәҙер ғаилә оҫталыҡ серҙәрен ҡыҙҙары менән бүлешә. "Бейеүсе лә бейей-бейей оҫтара" тигәндәй тәүге аҙымдар үткер бысаҡтан яраланыуҙан башлана. Хәҙер ул үҙ шөғөлөнөң оҫтаһы.  
Зилә Һәүбәнова ябай тал сыбығынан мөғжизә яһап ҡына ҡалмай, ул шулай уҡ баҡсасылыҡ менән дә шөғөлләнә. Күп төрлө йәшелсәләрҙән тыш, 40-лаған төп виноград та үҫтерә. Бынан тыш ул оҫта умартасы ла.
Күңел һалып башҡарған эш матур була, ти Зилә Һәүбәнова. Ғаиләнең төбәктә өлгөлө исемен йөрөтөү сере тап ошонда ла инде.



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика