Оҡшамай икән, үҙең төҙәт!

Оҡшамай икән, үҙең төҙәт! 08.12.2015

Хатта, юл хәрәкәте билдәләрен дә. Өфөлә йәшәүсе Ринат Ризуанов тап шулай иткән. «Динамо» стадионына йыш килеүсе ирҙе автомобиль ҡуйыу урыны булмауы борсоған. Ул баш ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итеп 100 ҡултамға йыйып билдәне алыуҙарын һорай. Оҙаҡламай автомобиль ҡуйыуҙы тыйыусы юл билдәһе ысынлап та, юҡ була.

Бәләкәй генә еңеүенә Ринат Ризуанов ҡыуанып бөтә алмай. Хәҙер Карл Маркс урамы буйлап «Динамо» стадионы эргәһендә автомобиль ҡалдырыуы ҡурҡыныс түгел. Уны эвакуатор тейәп алып китмәйәсәк. Ринат өсөн был айырыуса мөһим. Сөнки ул ике ҡыҙын бында спорт секцияларына алып килә.  
Ринат Ризуанов, автоһәүәҫкәр: «Элек бассейнға килеү бер нисә меңгә төшә ине тиһәң дә була. Парковка гел тулы, автомобилдәр күп. Ҡайһы берәүҙәр баланы оҙатып килгәнсе машинаһын  тейәп тә алып китәләр. Шуға ла ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт иттем. Билдәгә минең кеүек ҡаршы булыусыларҙан ҡултамғалар йыйҙым».
«Динамо» эргәһендә башҡаса эвакуатор күренмәһә лә, Красин баҙары эргәһенән улар өҙөлмәй. Һәм быға бер ҙә аптырарға түгел, сөнки сауҙа үҙәге, һалым инспекцияһы һәм миграция хеҙмәте бүлексәләре урынлашҡан юл сатында автомобиль ҡуйыу урыны бер ҡасан да етмәй
Ләкин автомобиль ҡуйыуҙы тыйыусы билдәләр бында йәшәүсе халыҡтың һорауы буйынса ҡуйылған тип аңлаттылар беҙгә ҡала хакимиәтендә. Йәнәһе, кешеләргә тимер аттарҙың төтөнө, тауышы ҡамасаулай.
Рената Байғужина, Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе: «Ҡағиҙә булараҡ юл билдәләре торлаҡ идаралығы, юл хәүефһеҙлеге инспекция белгестәре үткәргән тикшереүҙән һуң ҡуйыла. Улар юлдағы хәрәкәттең тығыҙлығына, эргә-тирәлә мәктәп һәм балалар баҡсаһы кеүек социаль объекттарҙың булыу-булмауына иғтибар итә».
Шуға ҡарамаҫтан, Ринат Ризуанов транспорт ҡуйыуҙы тыйыусы билдәләрҙең ни тиклем урынлы булыуын тикшерергә иҫәп тота. Әле ул юл ҡағиҙәләрен ныҡлап өйрәнә, юридик белемен нығыта. Сөнки ҡала урамдарында һорау тыуҙырыусы юл билдәләре әле байтаҡ.
Автомобиль хужалары хоҡуҡтары өсөн көрәшеүсе Ринат Ризуановтың алдағы пландарында Аксаков урамында урынлашҡан билдәне алып ташлау. Әле күренеүенсә, бында транспорт сараларын тик йоп көндәрҙә генә ҡуйып була, ә бит автомобилдәр бында бер кемгә лә ҡамасауламай, ти ир. Сөнки тап ошо урында юл киңәйә. Ә инде ҡарҙы ял көндәрендә, автомобилдәр булмағанда таҙартып була, ти геройыбыҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика