Оҙайлы михнәт 16.10.2014

Май аҙағында беҙҙең хәбәрселәр Ишембай ҡалаһының Юрматы биҫтәһенән йорт һатып алыусылар менән осрашҡайны. Ул ваҡытта  тиҫтәгә  яҡын ғаилә, тейешле сумманы түләп тә, торлағын күрмәгән ине. Төҙөүсе ойошма объекттарҙы ваҡытында тапшыра алмай, аҙаҡ иһә бөтөнләй бөлгөнлөккә төшә. Мәсьәлә барыбер ҙә хәл ителә ителеүен. Төҙөлөштө икенсе подрядсы тамамлап ҡуя. Тик йорт хужалары әле һаман ҡәнәғәт түгел.

Гөлбикә һәм Рәсүл Мөхйәновтар күптән шәхси йортта йәшәү тураһында хыялланған. Улар оҙаҡ йылдар Себерҙә эшләй, хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған яҡтарына ҡайтырға була. Ғаилә фатирын һатып, аҡсаһын әҙер йорт алыуға тотона. Тик торлаҡ хужаһы түгел, ә бәлә эйәһенә әйләнәләр. Йортто үҙ көстәре менән төҙөп бөтөргә мәжбүр булалар, хәҙер иһә Мөхйәновтар уны хосусилаштыра алмай.

Рәсүл Мөхйәнов: «Йорт менән килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында беҙ бында теркәүгә лә инә алмайбыҙ, әле һаман Ямал-Ненец округында иҫәптә торабыҙ. Ә бит мин гипертоник, ҡатыным диабет менән сирләй. Беҙгә даими дарыу талап ителә, медикаменттарҙы льгота буйынса Себерҙән алырға тура килә. Үҙегеҙ аңлайһығыҙ, был бик уңайһыҙ».

Дөйөм алғанда, һигеҙ ғаилә судтар буйлап йөрөүен дауам итә. Төҙөлөштө икенсе ойошма тамамлағанға күрә, документтар менән дә буталсыҡ килеп сыҡҡан. Район хакимиәте аңлатыуынса, йорт хужалары милеген рәсмиләштерһен өсөн биҫтәгә юл һәм коммуникациялар үтеүе талап ителә.

Дарик Ҡорбанов, Ишембай район хакимиәте башлығы урынбаҫары: «Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коттедждар торған ерҙе ҡуртымға алған «Мегастрой» ойошмаһы эштәрҙе тулы күләмдә тамамламаны. Йорттарҙың күбеһен файҙаланыуға ла тапшырмаған. Был сәбәпле электр, коммуникациялар үткәреү ҙә тотҡарлана. Ә улар булмай тороп, беҙ йорттарҙы хосусилаштырыуға рөхсәт бирә алмайбыҙ».

Шуныһы ҡыҙыҡ: йорт хужалары араһында милеген үҙ исеменә теркәүселәр бар. Моратына улар оҙайлы суд ултырыштары аша ирешкән. Быны иҫәпкә алып, башҡалар ҙа үҙ йорттарының ысын хужалары буласағына ышана. Әлегә.

Илфат Кинйәбаев


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика