Оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң 86 йәшендә Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әминә Аралбаева яҡты донъянан ките 28.10.2014

Актриса, тәржемәсе, театр белгесе Әминә Кәшфи ҡыҙы бар ғүмерен республикабыҙҙың баш театрына хеҙмәт итеүгә бағышланы.  

Әминә Аралбаева 1928 йылда Ҡырмыҫҡалы районының Күлдәр ауылында тыуа. Сабый сағынан етем ҡалып сабыр, эшһөйәр булып үҫә. Белоруссияла туғандары ҡарамағында йәшәгән ҡыҙҙы һуғыш башланғас, тыуған яғына оҙаталар. Әминә аслыҡҡа-яланғаслыҡҡа ҡарамай, Ҡырмыҫҡалыға йәйәү йөрөп мәктәп тамамлай, артабан театр училищеһында белем ала.  1952 йылда белемен камиллаштырырға теләп ул Мәскәүгә, данлыҡлы театр  инстититутына уҡырға инә. Һуңғы көндәренә тиклем Әминә Кәшфи ҡыҙы Аралбаева тыуған коллективы менән тығыҙ бәйләнештә йәшәне, яңы быуын коллегалары ла уның кәңәштәренә иғтибарлы булды. Мәрхүмә менән хушлашыу Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында  29 октябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә үтә. Бөгөн беҙҙҙең каналда Әминә Аралбаеваның телепортреты эфирға сығасаҡ. Тапшырыу төнгө 2-лә башлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика