Оҙаҡламай Яңы йыл байрамының  төп биҙәге булған шыршылар  һатыуға сығарыла 13.12.2016

Баймаҡ  урмансылары дүрт участкала урман ҡупшыҡайҙарын ҡырҡып әҙерләү  менән мәшғүл.  

Урмансылар  яңы йылдың төп биҙәге булған - йәшел ҡупшыҡайҙарҙы  һатыуға әҙерләй. Быйылғы йылда Баймаҡ урмансылығына ҡараған дүрт участкала план буйынса өс мең  шыршы  һатыуға сығарылырға тейеш. Бөгөнгө көндә  Баймаҡ  урмансылығында  ике йөҙгә яҡын    ҡупшыҡай әҙерләнгән. Йыл һайын урмансылар йәшел массаға зыян килтермәгән махсус урындарҙы һайлай. Улар һирәкләтергә кәрәк булған ерҙәрҙе  һәм юл ситтәрендә, электр сымдары янында үҫкәндәрен генә ҡырҡа.  Яландағы ҡупшыҡайҙарға  ҡарағанда,  ҡуйы урмандарҙа үҫкән шыршыларға һорау ҙур.  Ылыҫлы ағасты хатта күрше  ҡалаларҙан  да  килеп алалар. Мәктәп, балалар баҡсалары, мәҙәниәт йорто һәм башҡа ойошма-предприятиеларҙың да  заказдарын  үтәйҙәр.
Әлбиттә урындағы  халыҡтың күбеһе, яһалма шыршыға ҡарағанда, ылыҫ еҫе аңҡып торған йәшел һылыуҡайҙарға өҫтөнлөк бирә. Ҡулланыусыларҙың һорауы  буйынса урмансыларҙа ҡупшыҡайҙарҙың  ҡуйы һәм бигүк бейек булмағанын ҡырҡырға тырыша.
Ағастарҙы киҫеү менән бер рәттән, шыршы тубырсыҡтарын да орлоҡҡа йыйып баралар. Урмандарҙың  киләсәген бөгөндән ҡайғыртабыҙ,ти   урмансылар.
Йыл  һайын ошо мәлдә шыршыларҙы законһыҙ ҡырҡыу осраҡтары  ла арта. Һәр кем  өйөн йәшел ҡупшыҡай ултыртып биҙәргә теләй. Әммә уларҙы аяуһыҙ ҡырҡыу  ниндәй ҙур зыян килтереүен аңлап та етмәйҙер, был иһә  закон тарафынан да  ҡәтғи тыйыла. Урман һылыуына балта күтәреүселәр    күләмле штраф түләргә мәжбүр буласаҡ.  Ошондай  хәлдәргә  юл ҡуймаҫ өсөн урман һаҡсылары декабрҙа  көн дә дежурство, рейдтарға сығыуҙы ойоштора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика