Нуриман районының Яңы күл ауылы халҡы юлһыҙлыҡтан яфалана

Нуриман районының Яңы күл ауылы халҡы юлһыҙлыҡтан яфалана 14.10.2015

«Соҡор-саҡыр аша йөрөп өйрәнелгән, ләкин түҙерлек башҡа әмәл юҡ», - тип мөрәжәғәт итте беҙҙең редакцияға Колхоз урамында йәшәүселәр.

Әбейҙәр бойоғоп ҡына өй алдында тора. Хаҡлы ялда лайыҡлы ял итәһе лә һуң, күршеңә барыу ҙа ауырлыҡ менән бирелә. Урам аша күләүектәрҙе йырып сығырға кәрәк, батҡаҡлы  юлдан таяҡҡа таянып та үтермен тимә, ти Яңы күл ауылында Йәшәүсе Мөслимә Насретдинова.
Тиҫтә йылдар ҡарауһыҙ ҡалған урамда соҡор-саҡырҙар барлыҡҡа килгән. Ямғырҙан һуң Яңы күл ауылы урамында, ысынлап та, «яңы күл»дәр хасил була. Был урында  башлыса оло йәштәгеләр төпләнгән. Йыш ҡына  «ашығыс ярҙам»ын да саҡырырға тура килә. Машиналар  юлһыҙлыҡты йырып сыға алмай. «Исмаһам, ҡырсынташ  түшәлһә, бик тә риза  булыр инек!», - ти сәстәренә сал төшкән инәйҙәр.
Кис еттеме урам ҡараңғыға күмелә, тип зарлана оло йәштәгеләр. Ихата алдарына яҡтылыҡ үткәрелмәгән, газ да юҡ. Инәйҙәр бәләкәй генә пенсияһына утын да һатып алырға мәжбүр.
Күрше урамдарҙа иһә ал да гөл кеүек. Газы ла бар, һыуы ла үткәрелгән. Кем белә, бәлки, Колхоз урамында йәшәүсе ололарҙың теләге үтәлеп, тиҙҙән бында ла кешелек ҡаҙаныштары килеп етер.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика