Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылы халҡы Яңы йылға иң мөһим бүләген алды ла инде 25.12.2014

Бында 139 балаға иҫәпләнгән өр-яңы балалар баҡсаһы асылды. «Йәйғор» тип исемләнгән учреждение иң юғары талаптарға яуап бирә. Бында кескәйҙәрҙе тәрбиәләү өсөн уңайлы шарттар ҡаралған - айырым уйын һәм музыка залдары, иркен йоҡо бүлмәләре, заманса йыһазландырылған аш бүлмәһе.

«Йәйғор»ҙо асыу тантанаһында балалар баҡсаһына битараф ҡалыусылар булманы. Бындағы уңайлыҡтар, яҡшы йыһазландырылған уйын һәм музыка залдары бәләкәстәргә лә бик оҡшаны. Ололар рәсми сарала ҡатнашҡан ваҡытта улар уйынсыҡтарҙы һынаны. Әйтергә кәрәк, иркен уйын бүлмәһендә  һәр кемгә урын етерлек.
Балаларҙан бигерәк ваҡиға ололарҙы ҡыуандырҙы. Сөнки быға тиклем ҡайһы берәүҙәр бәләкәстәрен күрше ауылдағы балалар баҡсаһына йөрөтөргә мәжбүр булған.  
Балаларының яңы төҙөлгән балалар баҡсаһына эләгеүенә олатай-өләсәйҙәр ҙә шат.
Баҡса бер йыл эсендә төҙөлгән. Исеменән үк күренеп тороуынса, «Йәйғор» ауыл тормошон тағы лә йәмләр тип, ышана урындағы етәкселек. Бында балалар көнкүрешен тәьмин итеү өсөн бөтә йыһаздар ҙа бар. Хәүефһеҙлек мәсьәләһе лә онотолмаған-тимер ишектәр, эвакуация юлдары ҡаралған. Өҫтәүенә, учреждение өҫтәмә эш урындары биргән.
Яңы балалар баҡсаһы район үҙәгенең әүҙем үҫешеүсе «Йәштәр» биҫтәһендә урынлашҡан. Миҫал өсөн, быйыл 126 йәш ғаилә бынан участка алған. Тимәк, киләсәктә  балалар һаны тағы ла артасаҡ. Әлегә иһә «Йәйғор» балалар баҡсаһы район үҙәгендә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына булған сиратты тулыһынса ҡаплай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика