Нуриман районының Ҡушкүл ауылы халҡы юлһыҙлыҡтан интегә

 Нуриман районының Ҡушкүл ауылы халҡы юлһыҙлыҡтан интегә 14.10.2014

Ауыл урамындағы юл төҙөкләндерелә башлаған, әммә уның еренә еткерелеп  башҡарылмауы урындағыларҙы сығырынан сығара.  

Тәгәрмәстәр иҙмәлә бер туҡтауһыҙ әйләнә, әммә бушҡа ғына. Бындай көндәрҙә еңел автомобиль менән ауылға инеү бәләгә тарыу менән бер. Марат Шаһиев Ҡушкүлгә әсәһе янына ҡайтҡан, әммә был сәфәр көтөлмәгән сығымдар алып килер тип башына ла килтермәгән.

Ир-егеттәр машинаны күмәкләп этеп ҡарай, ә тимер ат, киреләнгәндәй, һис кенә лә алға барырға теләмәй. Ҡушкүл ауылы көҙгө, яҙғы бысраҡта ошолай юлһыҙ ҡала. Уны төҙөкләндереү өсөн килтереп ауҙарылған ҡом да ике аҙна самаһы ҡамасаулап ҡына ята, ти халыҡ.

Юлдың әкрен генә төҙөкләндерелеүен көтөүҙән тамам арыған халыҡ һуңғы саралар күреүгә килеп еткән.

Ауылда утыҙ өс йортта илленән ашыу кеше йәшәй. Улар пенсионерҙар. Юлһыҙлыҡ аҙыҡ-түлек килтереүҙә лә ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Ә юлды төҙөкләндереү хаҡында һөйләшеү битәрләшеүгә әйләнә.

Дөрөҫөрәге, юл ҡасандыр булған, ә хәҙер ул ер менән ҡатнашып, батҡаҡҡа әйләнгән. Бында йәшәүселәр рәхәтләнеп тигеҙ юлдан атлап йөрөгәнен хәтерләмәй.

Килтерелгән ҡомдо таратыу бурысы урындағы агрофирма вәкиленә йөкмәтелгән. Унан башҡа транспорт табып булмай, тип аңлата ауыл хакимиәте башлығы.

Вәғәҙәне өс йыл көтөргә тура килмәһә. Әйткәндәй, Байгилденән Ҡушкүлгә илтеүсе юлды ла водителдәр ямғырлы көндәрҙә ҡыйынлыҡ менән үтә. Уны күптән түгел төҙөкләндергән ойошмаға ла дәғүәләре күп халыҡтың. Әммә уныһы инде бөтөнләй икенсе тарих.

Рәмилә Исмәғилева


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку