Нуриман районының Павловка ауылында балалар ял итһен, уйнаһын өсөн яңы шарттар 05.10.2015

Быға тиклем ауылдың икенсе осондағы паркка йөрөргә мәжбүр булған малай-ҡыҙҙарҙың ҡыуанысының сиге юҡ. Үҙәк урамдарҙың береһендә уйын майҙансығы асылды.

Бәүелсәктә эйәүсе, шыма тауҙан шыуыусы бала-сағаның шат тауыштары әллә ҡайҙарға ишетелә. Сағыу һәм заманса  балалар майҙансығын булдырыуҙы «Берҙәм Рәсәй» партияһы үҙ күҙәтеүенә  алып, сентябрь башында төҙөлөш башлай. Эш ике  аҙна эсендә тамамлана, балалар майҙансығы уңайлы һәм сағыу итеп йыһазландырыла. «Берҙәм Рәсәй» партияһы бүлгән 115 мең һумға ҡорамалдар һатып алына, монтаж эштәре башҡарыла. Балаларын майҙансыҡлы итергә теләүсе ата-әсәләр ҙә өмәлә дәррәү ҡатнашып, ҡом түшәүҙә ярҙам күрһәтә
Павловка ҡасабаһындағы балалар майҙансығы 15 сентябрҙән эшләй. Тирә-яҡта йәшәүселәр был майҙансыҡты күптән көткән. 2011 йылда был ерҙә авария хәлендәге ике йорт һүтелә. Ауыл советы депутаттары ҡарары менән был урын балалар майҙансығы булараҡ теркәлә. Павловка ауылы хакимиәте майҙансыҡты кәртәләтеүҙе үҙ яуаплылығына алған. Киләсәктә уның эргәһендә спорт майҙансығы ла төҙөләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика