Нуриман районының Красный Ключ ауылында шартлы  техноген һәләкәт! 26.08.2014

Бөгөн бында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һәм  Волга буйы федераль округы төбәктәре ҡотҡарыусыларының XIV төбәк-ара бәйгеһе башланды. Улар  һыу ятҡылыҡтары, техноген, тәбиғәт ғәрәсәте кисергән махсус әҙерләнгән зоналарҙа һынау тота.

Красный Ключ ауылында шартлы ер тетрәүҙән биналар емерелгән. Бер төркөм ҡотҡарыусылар зыян күреүселәрҙе эҙләй. Химик матдәләр менән ағыуланған был урында Сибай ҡалаһы ҡотҡарыусылары эшләй. Махсус кейемдәрҙә улар зарарланған урынды таҙарта, ярым емерек бина аҫтында ҡалыусыларҙы сығара. Ҡотҡарыусылар араһында Азамат Ҡоломбәтов та бар. Ул бер йыл ҡотҡарыусы булып эшләй. Ҡотҡарыусылар дүрт этапта һынау тотто. Улар сәнәғәт альпинизмы, йәғни бина ҡыйығында ҡалыусыларҙы ҡотҡарыу, ер тетрәү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән емереклек араһында, химик ағыуланыу урынында, юл-транспорт һәм көнкүреш ваҡиғаларында эшләне. Ҡотҡарыусылар бурысын лайыҡлы үтәне. Бер деталде лә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышты. Юл-транспорт ваҡиғаһы. Ҡотҡарыусыларҙың көндәлек эшенә ингән йүнәлештәрҙең береһе тиһәң, һис тә хата булмаҫ. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала көн дә тиерлек тиҫтәнән ашыу авария теркәлә. Был йәһәттән тап ҡотҡарыусылар кешегә беренсе булып ярҙам ҡулы һуҙа ла инде. Ауылдың икенсе яғында һыу аҫты авария-эҙләү саралары ойошторолдо. Әйткәндәй, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һынау тотҡан барлыҡ ярыштар ҙа рәсми рәүештә Бөтә Рәсәй берҙәм спорт квалификацияһына индерелгән. Шуға ла ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә бәйге һуңында Рәсәйҙең спорт мастеры исеме биреләсәк.
Михаил Павлов, ҡотҡарыусы /Түбәнге Новгород/: «Бәйгегә йыл буйы әҙерләндек. Күнекмәләр үткәрҙек. Физик әҙерлек мәктәбе үттек. Тырышлығыбыҙҙың файҙаһы булыр тип уйлайым».
 Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Волга буйы федераль округынан килгән 17 команда Нуриман районында 29 авгусҡа тиклем буласаҡ. Алдағы көндәрҙә ҡотҡарыусылар тәбиғәт ғәрәсәте зоналарында һәм һыу ятҡылыҡтарында һынау тота. Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика