Нуриман районының Башшиҙе ауылында йәшәүселәр үҙ көсө менән - Аҡ мәсет төҙөй

Нуриман районының Башшиҙе ауылында йәшәүселәр үҙ көсө менән  - Аҡ мәсет төҙөй 24.10.2016

Иман йортона йәше лә, олоһо ла ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәткән. Мәсет төҙөүҙө ауыл халҡы дәррәү күтәреп ала. Уға 2014 йылдың майында тәүге нигеҙ ташы һалына. Кемдер аҡсалата, кемдер ҡул хеҙмәте менән иман йортон төҙөүгә үҙ өлөшөн индерә.

Ауылдың киләсәге яҡты, йәштәребеҙ ҙә дин юлында, уҡыусы балалар ҙа сүрәләр ятлай, тип һөйөнә ололар. Нуриман районында бөгөн 19 мәсет иҫәпләнә, тағы ла ике иман йорто төҙөлә.
Башшиҙе ауылында мәсет булған, әммә заманалар үҙгәреү сәбәпле, уҙған быуатта уның манараһы ҡолатыла. Быға тиклем диндарҙар йола-ғәмәлдәрҙе күрше ауылда, йә өйҙәрендә үтәгән. Шуға ла мәсет төҙөлөшөн ауылдаштар түҙемһеҙлек менән көткән.
Төҙөлөшкә бөтә ауыл халҡы үҙ көсөн һалған, әле уның манараһын төҙөп бөтөү ҡалған. Иман йортоноң урыны ла юҡҡа ғына бында һайланмаған, ошо урында Фазлетдин Кинйәбоҙов йәшәгән, ул йөҙ йыл элек мәсет төҙөү теләге менән янған.
Башшиҙе ауылында намыҫлы, үҙ тарихын яҡшы белгән халыҡ йәшәй. Мәсетте сафҡа индереү ҙә  ата-бабалар аманатына тоғролоҡтоң бер күренеше. Хәҙер улар аҡ мәсеттең тирә-яҡҡа нур, иман таратып ултырасағына һөйөнә.
Һәр кем изге ниәттә тѳҙѳлгән «Аҡ мәсет» күңелдәргә рух, иман сатҡылары өләшеүен, йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа әйҙәүен теләне.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика