Нуриман районында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Брест ҡәлғәһендә немецтарҙы ҡорал менән ҡаршылаусы яугир Ришат Сәлих улы өсөн 22 июнь таңы ғәҙәти түгел

Нуриман районында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Брест ҡәлғәһендә немецтарҙы ҡорал менән ҡаршылаусы яугир Ришат Сәлих улы өсөн 22 июнь таңы ғәҙәти түгел 22.06.2017

Һуғыш башланғанда ул Брест ҡәлғәһендә хеҙмәт иткән. Тап яҡташыбыҙ ҡәлғәләге хәлдәрҙе командованиеға еткереүсе, аҙаҡ инде элемтә булдырыусы берҙән-бер кеше була.

Ришат Сәлих улы тәүге бомба шартлаған таңды бөгөнгөләй хәтерләй. Ул ваҡытта яҡташыбыҙ Брест ҡәлғәһендә хеҙмәт иткән. Йоҡлап ятҡан урынынан ул ҡапыл уянып китә, бите, ҡулдары ҡанға батҡан була. Немецтарҙың 17 меңлек ғәскәре бер көн эсендә ҡаланы ҡамап алырға ниәтләй, әммә совет һалдаттары бирешмәй.
Ҡәһәрле һуғыштың һәр минутын, һәр сәғәтен иҫендә тотҡан ветерандың аяҡ-ҡулдарын бер-нисә тапҡыр мина ярсыҡтары телеп үтә, әммә яугир әйтеүенсә, яраларҙан бигерәк фронтта уға дуҫ-иштәрен юғалтыуҙы кисереү ауырға төшә. Шуға ла һуғыштан һуң, донъялар тынысланғас, ул һигеҙ тапҡыр Брест ҡәлғәһенә барып ҡайта, үҙе менән бергә ҡатынын, балаларын да ала.
Тыныс тормоштоң ҡәҙерен яҡшы аңлаған уҙаман йыл да Еңеү көнөн оло байрам итеп ҡаршылай. Йәш быуынға уның әйтер һүҙҙәре күп, юҡҡа ғына яугир алты китап яҙмағандыр. Республика баҫмаларында һуғыш темаларына арналған мәҡәләләрҙе ул күҙ уңынан ысҡындырмай.
Лицей эргәһендәге музейҙы Ришат Исмәғилев үҙе ойошторған. Брест ҡәлғәһендә немецтарҙы ҡорал менән ҡаршылаған яугир яҡташыбыҙ үҙенә бүләк ителгән иҫтәлекле әйберҙәрҙе лә бында һаҡлай. Мәҫәлән, был гильза, Брест ҡәлғәһенән алып ҡайтылған тупраҡ менән тулған.
Ришат Сәлих улы тормош иптәше менән алты бала тәрбиәләп үҫтерә. Бар ғүмерен уҡытыусылыҡ эшенә арнаған ветеран, 40 йылдан ашыу райондың Байгилде урта мәктәбендә директор вазифаһын башҡара. Бөгөн атаһының юлын улдары дауам итә.
Ришат Исмәғилев һуғыштан 1943 йылда яраланып ҡайта. Әллә күпме операция кисергән яугир тәнендә 15 тимер ярсыҡ йөрөтә. Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың теләге бер, 1418 көнгә һуҙылған аяуһыҙ һуғыш ҡабатланмаһын, донъялар тыныс булһын.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика