Нуриман районы Иҫке Бүрес ауылында йәшәүсе Ғәфүр Зәйнәшев йыш ҡына Ҡариҙел йылғаһына балыҡҡа йөрөй

Нуриман районы Иҫке Бүрес ауылында йәшәүсе Ғәфүр Зәйнәшев йыш ҡына Ҡариҙел йылғаһына балыҡҡа йөрөй 26.10.2015

Биш йыл элек балыҡҡа барғанында һыуҙың төбөндә аҡ төҫтәге һөйәккә  иғтибар итә. Һөйәк йылдан-йыл асыла бара. һәүәҫкәр балыҡсы уны ҡаҙып  алырға ҡарар итә.

Ғәфүр Һаҙи улы Ҡариҙел йылғаһы төбөнән тапҡан  табышын ҡәҙерләп һаҡлай. Ун ике метр тәрәнлектәге һыу төбөнән  филдең һуҡма тештәрен ҡаҙып алыуға ул ярты көнләп ваҡыт сарыф иткән. Биш йыл элек тапҡан тәбиғәт ҡомартҡыһы кибә бара еңеләйеп ҡалған.
Тормош иптәшенең мамонт тештәрен табыуына Вәсилә Мәхмүт ҡыҙы башта ышанмайыраҡ тора. Ҡаҙып алып, өйгә алып ҡайтып күрһәткәс, ғәжәпләнеүен һәм һоҡланыуын йәшермәй.
Нуриман районы Иҫке Бүрес ауылында йәшәүсе Зәйнәшевтар мамонттың һуҡма тешен музейҙарға тәҡдим итергә уйлай. Тәбиғәт ҡомартҡыһы өсөн улар хаҡ та ҡуйған.
Мамонт тешен һатыуҙан килгән аҡсаны Ғәфүр Зәйнәшев тормош иптәшен дауалауға тотонмаҡсы. Вәсилә Зәйнәшева шәкәр диабеты менән яфалана, икенсе төркөм инвалиды. Уның инсулин помпаһына ихтыяжы бар. Ер ҡуйынынан табылған теште уңышлы ғына һатып булһа изге  маҡсатта файҙаланыр инек тип билдәләй һәүәҫкәр балыҡсы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку