Ноябрҙең һәр өсөнсө йәкшәмбеһендә юл-транспорт фажиғәләре ҡорбандарын иҫкә алына

Ноябрҙең һәр өсөнсө йәкшәмбеһендә юл-транспорт фажиғәләре ҡорбандарын иҫкә алына 15.11.2014

Дата  Бөйөк Британиялағы юл-транспорт фажиғәләре ҡорбандарына ярҙам итеүсе хәйриә фонды тарафынан 1993 йылда булдырыла, 1998 йылдан ул донъя кимәлендә билдәләнә. Хәтер көнө юлда һәләк булыусыларҙың йылдан-йыл артыуына иғтибарҙы йүнәлтергә һәм уйландырырға тейеш.

Юл фажиғәләре ҡорбандарын иҫкә алыу көнө айҡанлы бөгөн Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов журналистар менән осрашты. Түңәрәк өҫтәлдә йыл башынан теркәлгән бәхетһеҙ осраҡтар барланды. Статистик мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала 4 меңгә яҡын юл-транспорт фажиғәһендә 590 кешенең ғүмере өҙөлгән, 5 меңдән ашыу кеше йәрәхәтләнгән. Улар башлыса өс факторға бәйле - ҡаршы һыҙатҡа сығыу, тиҙлек режимын арттырыу, автомобиль менән эскән килеш идара итеү. Матбуғат конференцияһында билдәләнеүенсә, аҙнаның һәр йома һәм шәмбеһендә профилактик саралар үтеүенә ҡарамаҫтан, руль артына ҡырын тейәп ултырыусы автоһәүәҫкәрҙәр кәмемәй. Күрһәткес айырыуса Туймазы, Октябрьский ҡалаларында юғары. Көнөнә генә ике йөҙләп кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Һуңғы ваҡытта наркотик ҡулланыусылар араһында ла рулгә ултырыусылар йыш осрай, тиелде ултырышта. Был күренеш ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла күҙәтелә. Йәмәғәт транспорты тирәләй хоҡуҡ боҙоусылар ҙа юҡ түгел. Былтырғы менән сағыштырғанда мәҫәлән, ул өс тапҡырға артҡан. Былтыр 16 меңләп йәмәғәт транспорты водителдәренә протокол төҙөлһә, быйыл ул 51 меңгә еткән. Аҡса артынан ҡыуып, кешене хәүеф аҫтында ҡалдырмаһындар ине, тигән теләктә ҡалды матбуғат конференцияһында ҡатнашыусылар.
Динар Ғилметдинов, Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы етәксеһе: «Юл-транспорт фажиғәһе күпләп Туймазы, Стәрлетамаҡ райондарына тура килә. Тап ошо төбәктәрҙә беҙ етди эш алып барабыҙ. Бәхетһеҙ осраҡҡа башлыса, ҡаршы юлға сығыу, тиҙлекте арттырыу һәм эскән килеш руль артына ултырыу сәбәпсе. Тағы бер ҡабатлайбыҙ, юлдағы тәртип, ҡағиҙәгә буйһоноу һәр кемдең үҙенән башлана!»

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку